Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июль , 09:36

Абраровтар тылда ла, алғы һыҙыҡта ла өлгө

"Улыбыҙҙың үҙ аҡсаһына ике “Нива” һатып алып, алғы һыҙыҡтағы иптәштәренә илтеүенә ғәжәпләнмәнек тә..."

Абраровтар тылда ла, алғы һыҙыҡта ла өлгө
Абраровтар тылда ла, алғы һыҙыҡта ла өлгө

АУЫЛ

Кешегә бәхетле булыу өсөн күп кәрәкме? Быныһын һәр кем үҙенең ихтыяжынан, аң даирәһенән һәм тәрбиәһенән сығып әйтә ала. Беҙҙеңсә, бәхет нигеҙен татыу ғаиләң, күҙ терәп торған балаларың һәм яратҡан эшеңдән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылында йәшәгән Абраровтар ғаиләһе - тап шундай ырыҫлы, тормош йәмен һәм бер-береһенең ҡәҙерен белгән егәрлеләрҙең береһе.

Абраровтарҙың күркәм йорто әллә ҡайҙан балҡып күҙгә ташланып тора. Бында бөтмөр, матурлыҡ яратҡан, тынғыһыҙ хужалар йәшәгәне гөл-сәскәгә күмелгән оло ихатанан, еләк-емеш баҡсаһынан, ҡупшы ҡоймаларҙан уҡ күренә. Был тиклем хужалыҡты тәртиптә тотоу өсөн күпме ваҡыт, тырышлыҡ кәрәктер, уныһын Илмира ханым ғына белә торғандыр. Балаларға география фәнен уҡытҡан уҡытыусы үҙебеҙ йәшәгән тәбиғәт серҙәре, илдәр һәм ҡитғалар тураһында һөйләүҙән тыш, тыуған төбәккә һөйөү утын ҡабыҙыусы ла.

Ҡарткиҫәк ауылы мәктәбен тамамлаған ҡыҙ һис икеләнеп тормай Башҡортостан дәүләт педагогия университетының география факультетына уҡырға инә. Был осорҙан һуң күп һыуҙар аҡҡан инде. Бөгөн Илмира Хәлфәт ҡыҙы - ҙур теләк менән тыуған ауылында уҡытыу һәм тәрбиәләү эштәренә ихлас тотонған, коллективтың ҙур һөйөүен яулаған уҡытыусы.

Ҡарткиҫәк урта мәктәбе директоры Лилиә Минимөхәмәтова әйтеүенсә, уҡытыусы ата-әсәләр һәм уҡыусылар араһында ҙур абруй менән файҙалана, балалар  география фәнен ярата, конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ә мәктәп баҡсаһын тәрбиәләүгә Илмира Абрарова айырыуса ҙур теләк менән тотона, үҙенең шәхси теплицаһында йыл да үҫентеләр үҫтереп, уларҙы балалар менән бергәләп белем усағы биләмәһенә ултырталар. Ул маҡтаулы хеҙмәте өсөн “Дөйөм белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ, Башҡортостан Мәғариф министрлығы грамотаһы менән бүләкләнгән.

Ғаилә башлығы Данис Шәрип улы – һөнәре буйынса ветеринар. Тәүҙә Дыуан совхоз-техникумын тамамлай, аҙаҡ Башҡортостан ауыл хужалығы институтында белем ала. “Мир” колхозында 16 йыл ветеринария табибы булып эшләгәндән һуң, күмәк хужалыҡ тарҡала башлағас, магазин асырға ҡарар итә.

Тора-бара башта тағы тәүәккәллерәк, ҡыҙыҡлыраҡ идеялар тыуа һәм яңы мәшәҡәттәр башлана. Колхоз фермаһын алып, быҙауҙар һатып алалар, уларҙы тәрбиәләп үҫтереп, һатырға өйрәнәләр. Свердловск өлкәһе, Өфө йәрминкәләренә илтеп, табыш ала башлайҙар. Хәҙер “Абраров” крәҫтиән (фермер) хужалығы - малсылыҡ менән шөғөлләнеүҙә уңышлы аҙымдар яһаған хужалыҡтарҙың береһе. Ошо тармаҡтағы тырыш хеҙмәте өсөн Данис Шәрип улы Ауыл хужалығы министрлығының почет грамоталары, дипломдар менән бүләкләнгән.

Мал һанын яйлап 120 башҡа еткергәндәр. Өҫтәүенә ”ҡара-сыбар” тоҡомло 40 баш һыйыр аҫрап, һөт һатыуҙы юлға һалғандар. Көнөнә 400-450 литр һауым алып, бер литрын 25 һум менән һөт заводтарына тапшыралар.

Хужалыҡ етәксеһе хеҙмәткәрҙәрен бары маҡтап ҡына телгә ала. Хужалыҡтағы берҙән-бер һауынсы Илсинә Гәрәева һәүкәштәрен аппарат ярҙамында һауа. Беҙ барғанда ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү ҡыҙыу бара ине.

“Мал аҙығы әҙерләү ауыл хужалығы өсөн бик мөһим осор, – ти фермер. – Бөтә техника бар. Күрше ауылдарҙан механизаторҙар, туған-ырыу көсөргәнешле ваҡытта һәр саҡ ярҙамға килә. 300 гектарҙа бойҙай, һоло үҫтерәбеҙ, бесән әҙерләйбеҙ. Быйыл “Енисей” комбайны алып шатландыҡ.

2016 йылда дәүләт ярҙамында алты миллионлыҡ грант алғайныҡ. Ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереүгә бүленгән был аҡса бик ярап ҡалды, ферманы ремонтланыҡ. Дәүләт ярҙамына ҡарата талаптар ҙа бар: малсылыҡ фермаһы ағзалары туған булырға һәм хужалыҡ эшендә ҡатнашырға тейеш”.

Гранттар конкурс нигеҙендә малсылыҡ буйынса ғаилә фермаһын үҫтереүгә йүнәлтелә. Унда ғәҙәттәгесә үҙҙәренең хужалыҡтарында яңы технологиялар үҙләштерергә, яңы йүнәлештәр асырға маҡсат ҡуйған эшҡыуарҙар ҡатнаша. Дәүләт ярҙамы улар өсөн уйлағанды тиҙ арала тормошҡа ашырыуҙа бына тигән мөмкинлек булып тора.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәүге эш көндәренән үк ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар йүнәлтеп, яҡындағы йылдарға төп бурыстар билдәләгәйне. 

”Малсылыҡ – ауыл хужалығының электән көслө тармағы, ул төбәктәге бөтә агропродукцияның яртыһынан күберәген бирә. Башҡортостан малсылыҡтың тулайым продукцияһы күләме буйынса Рәсәй төбәктәренең тәүге бишәүһе иҫәбендә”, – тип юғары баһа биргәйне республика етәксеһе сығыштарының береһендә.

Абраровтарға был ҡәҙәре олоғара эште атҡарып сығыу, планлаштырыу, хужалыҡты тәртиптә тотоу өсөн, һис һүҙһеҙ, уңғанлыҡ та, бер һүҙҙән булып эште ойоштороу оҫталығы ла кәрәк. Ғөмүмән, эргәңдә ышаныслы туған-ырыу, дуҫ-иш булыуы мөһим.

Ул яҡтан Данис Шәрип улы үҙен бәхетле тоя. Ярты һүҙҙән һине аңлап торған  хәләл ефетең, туғандарың һәм бөркөттәй улдарың булыуы ниндәй оло бәхет! Азаматтары бөгөн М-12 трассаһы төҙөлөшөндә эшләй, буш ваҡыты булыу менән тыуған йортона, ата-әсәһе янына ашыға. Кинйә улдары 27 йәшлек Илфир бөгөн бик күп аҫыл ир-ат затын туплаған алғы һыҙыҡта Ватанды һаҡлау бурысын үтәй. Ата-әсә батыр улдары менән сикһеҙ ғорурланһа ла, уның өсөн борсолоуҙарын, ут йотоуҙарын йәшермәй. Егет 2022 йылда махсус хәрби операцияға мобилизациялана, бер нисә тапҡыр ялға ла ҡайтҡан. Луганск, Авдеевка йүнәлештәрендә мотоуҡсы булып хеҙмәт итә. Илфир Данис улы II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградланған.

– Улыбыҙҙа төрлө характерлы кешеләрҙе туплау, аралашыу, уртаҡ тел табыу, ойоштороу һәләте ныҡ көслө. Электән үҙаллы булды. Уйлаған ғәмәлен еренә еткермәй туҡтамай. Уның үҙ аҡсаһына ике “Нива” һатып алып, алғы һыҙыҡтағы иптәштәренә илтеүенә ғәжәпләнмәнек тә. Аҙаҡ тағы тағылмалы арба һатып алды. Хәрбиҙәргә хас аҙ һүҙле, йыйнаҡ. Башҡа ата-әсәләр кеүек, беҙ ҙә улыбыҙ өсөн борсолабыҙ, эш менән үҙебеҙҙе йыуатабыҙ, кисен иң яҡшы теләктәребеҙҙе теләп йоҡоға талһаҡ, иртән дә шул уҡ уйҙар менән уянабыҙ. Иптәштәренең батырлығы, ҡыйыулығы хаҡында ғорурланып һөйләгәне булды, бындай илһөйәр, фиҙакәр, ыласындай йылғыр егеттәр менән еңмәү мөмкин түгел! Беҙ бары ошо уй менән йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ, – ти Илмира Хәлфәт ҡыҙы.

“Абраров” крәҫтиән (фермер) хужалығы еңеүҙе яҡынайтыу, яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн ҙур тырышлыҡ һала, аҡса, гуманитар йөк туплауҙа ла әүҙем ҡатнаша. Ҡарткиҫәк мәктәбенең 100 йыллығын үткәргән көндәрҙә лә уның ярҙамына таянмай мөмкин булманы. Абраровтар тыныс тормошта ла, алғы һыҙыҡта ла гел бергә, барыбыҙ өсөн дә яҡшы өлгө.

ФЕКЕР

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат ФӘЗРАХМАНОВ:

- Быйыл төбәктең ике фермеры 40,6 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамын алды. “Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы фермер хужалыҡтарының күп булыуы менән айырыла, улар хәҙер беҙҙә 8,3 меңдән ашыу. Грант программалары, айырыуса “Ғаилә фермаһы” кеүектәре, ауыл эшҡыуарҙарын артабан үҫешеү өсөн дәртләндерәсәк.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Дина Арсланова

Башҡортостан

Абраровтар тылда ла, алғы һыҙыҡта ла өлгө
Абраровтар тылда ла, алғы һыҙыҡта ла өлгө
Абраровтар тылда ла, алғы һыҙыҡта ла өлгө
Автор:
Читайте нас: