Райондашыбыҙ, МХО-ға ярҙам йыйыуҙа һәм илтеп биреүҙә әүҙем ҡатнашыусы Рәфил Ғәлиханов Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.
Награданы ошо көндәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Бүләкләнеүсе яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияның башынан алып 20-нән артыҡ рейс эшләгән. Ул төҙөлөш материалдары, С.Х. Хәсәнов исемендәге 29-сы Красный Луч мәктәбе балаларына Яңы йыл бүләктәре, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы базаһына гуманитар ярҙам, яугирҙарға посылкалар һәм башҡаларҙы илтеп бирә.