Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Июль , 10:20

Ҡотло булһын алтын юбилейың!

Ҡаракүл ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Когалым ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле улыбыҙ, абыйыбыҙ Данфир Тәлғәт улы Ғаяновты матур юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Ҡотло булһын алтын юбилейың!
Ҡотло булһын алтын юбилейың!

Ҡәҙерлебеҙ! Һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, эшеңдә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Пар ҡанатың менән тиң-тигеҙ булып,бәхетле ғүмер кисерергә, балаларығыҙҙы уҡытып, башлы-күҙле итеп, киләсәктә ейәндәр һөйөп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп, игелектәрен генә күреп йәшәргә яҙһын!

Ҡыуаныстар ғына алып килһен

50 йәшең — күркәм байрамың.

Һиңә бөгөн бүләк итәбеҙ беҙ

Барлыҡ яҡшылыҡтар бәйләмен.

Ғүмерҙәрҙең ҡәҙерен белеп кенә

Йәшә әле ерҙә ҡыуанып,

Сәләмәт бул, борсоу-хәсрәт күрмә,

Тормошоғоҙ торһон нурланып.

Хәләл парың гел яныңда булһын,

Балаларың булһын ғорурлыҡ.

Шөкөр был Хоҙайға, тормошоғоҙ

Күҙ тимәһен, тиеп торорлоҡ.

Һине яратып һәм хөрмәт итеп әтәйең, инәйең, һеңлеләрең, кейәүҙәрең һәм уларҙың балалары.

Ҡотло булһын алтын юбилейың!
Ҡотло булһын алтын юбилейың!
Ҡотло булһын алтын юбилейың!
Ҡотло булһын алтын юбилейың!
Ҡотло булһын алтын юбилейың!
Ҡотло булһын алтын юбилейың!
Ҡотло булһын алтын юбилейың!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: