Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Июль , 10:50

Ҡыйыу яҡташыбыҙға — лайыҡлы бүләк

Балтас районының Иштирәк ауылынан “Йылан” позывнойлы яугир миҙал менән бүләкләнде

Ҡыйыу яҡташыбыҙға — лайыҡлы бүләк
Ҡыйыу яҡташыбыҙға — лайыҡлы бүләк

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы райондашыбыҙ хәрби хеҙмәттәре, хәрби хәрәкәттәр барышында күрһәткән батырлығы һәм тәүәккәллеге өсөн Суворов миҙалы менән бүләкләнде.
Иң ҡыуаныслыһы — награданы уға взвод командиры, “Танып” позывнойлы яҡташыбыҙ тапшырған. Ҡыйыу райондаштарыбыҙ Шайморатов батальонында лайыҡлы хеҙмәт итә.
Бындай ҡаҙаныштар батырлыҡ тураһында ғына түгел, ә яугирҙарыбыҙҙың юғары дәрәжәләге хәрби әҙерлеге һәм Тыуған илгә тоғролоғо хаҡында ла һөйләй. Улар Ватаныбыҙҙы һәм халҡыбыҙ именлеген һаҡлау өсөн үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға ла әҙер.


Фирғәт Нәбиуллин.

Автор:
Читайте нас: