Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Июль , 15:23

Ярҙамыбыҙҙан ташламайбыҙ

Хәҙерге ҡатмарлы шарттарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өҫтөнлөклө бурыс булып тора. Был эш бөтә йүнәлештәр буйынса ойошторолған, барлыҡ власть органдары һәм муниципалитет хакимиәттәре йәлеп ителгән. Районыбыҙҙа ла ундай ғаиләләргә психологик, юридик яҡтан һәм хужалыҡ-көнкүрештә ҙур ярҙам күрһәтелә.

Ярҙамыбыҙҙан ташламайбыҙ
Ярҙамыбыҙҙан ташламайбыҙ

— Яугирҙарыбыҙ хәрби бурысын намыҫ менән үтәгәндә, Тыуған илебеҙ һағында торғанда, уларҙың ғаиләләре ярҙамға мохтаж. Ҡашҡа ауыл биләмәһе буйынса махсус хәрби операцияла яҡындары ҡатнашҡан 30-ҙан артыҡ ғаилә бар. Беҙ уларға ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Был йәһәттән ауыл биләмәһе депутаттары, уҡытыусылар етәкселегендә мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр ҙур әүҙемлек күрһәтә. Яҙын баҡса ҡаҙыу, бәрәңге ултыртыу кеүек эштәрҙә булышһалар, көҙөн бәрәңге алышыу, ҡышын — ҡар көрәү һәм башҡалар.
Йыш ҡына яугирҙарҙың ата-әсәләре, туғандары утын әҙерләүҙә, ярып, өйөп биреүҙә ярҙам итеүҙе һорай. Һәм бына ошо көндәрҙә яугир ғаиләһенә депутатыбыҙ Вадим Шакируллин утын әҙерләп килтереп бирҙе. Әйткәндәй, был уның беренсе генә ярҙамы түгел, — тип һөйләне был юҫыҡта башҡарылған эштәр тураһында Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәмзә улы Ғәләүетдинов.
Яугирҙарыбыҙ һәм уларҙың ғаиләләре — иғтибар үҙәгендә. Ил-көндәребеҙ имен булып, донъяла тыныслыҡ урынлашып, ир-егеттәребеҙ тыуған өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһа ине.

Илһөйәр Махатова.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: