Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Июль , 09:00

Халыҡ хөрмәтен яулаған

Эльвира Ситдиҡова 20 йылдан артыҡ почта бүлеген етәкләй

Халыҡ хөрмәтен яулаған
Халыҡ хөрмәтен яулаған

Тормошобоҙҙо почта хеҙмәтенән башҡа күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Интернет, кәрәҙле элемтә булыуға ҡарамаҫтан, почта хеҙмәткәрҙәренең эше кәмемәй. Посылка ебәреү йәки алыу, гәзит-журналдарға яҙылыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү — быларҙың барыһын да почта элемтәһендә эшләп була.

“Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалының Борай районы Ҡайынлыҡ ауылы почта элемтәһе етәксеһе Эльвира Ситдиҡова клиенттарға тиҙ һәм сифатлы хеҙмәт күрһәтеүгә бар көсөн һала. Ул бирелә 20 йылдан артыҡ эшләй. Уның етәкселегендә һигеҙ хат ташыусы хеҙмәт һала. Был почта бүлеге 10-дан артыҡ ауылды үҙ эсенә ала. Ваҡытлыса ғына күрше Ҡушманаҡ бүлексәһе лә уларға ҡушылған. Йылдар дауамында хеҙмәттәштәренең ышанысын, халыҡ хөрмәтен яулаған Эльвира Фәнил ҡыҙы.
Бында өлкәндәргә, хаҡлы ялдағыларға айырым иғтибар бирелә. Уның һәр береһе өсөн яҡшы һүҙ табырға, бер кемде лә ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыша етәксе.
— Эш етерлек: пенсия түләүҙәре, һалым түләү, тауарҙар һатыу, аҡса күсереү, хат ташыусылар менән эш... Әлеге ваҡытта ҡайһы бер кешеләргә һалымдары тураһында белдереү ҡағыҙҙары таратылды һәм ауыл халҡы уларҙы түләр өсөн нәҡ беҙгә килә. Хат ташыусыларҙан уңды беҙҙең бүлексә. Иң алдынғы хеҙмәткәрҙәр тип бирелә 20 йылдан артыҡ эшләгән Бигәнәй ауылынан Инзилә Хәмәдиә ҡыҙы Фәттәхованы, Сәйетбайҙан Светлана Нәжип ҡыҙы Сәйетғәлиеваны әйтеп үтергә була. Бындай һүҙҙәрҙе, маҡтауҙарҙы барлыҡ почтальондар тураһында ла әйтергә мөмкин. Ауылда почтальон булып эшләү еңел түгел. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ауыр сумкаларын күтәреп, гәзит, хаттар, түләү квитанциялары һәм кешеләргә тауарҙар алып баралар. Барыһы ла үҙенә йөкләтелгән вазифаны яуаплы башҡара. Ә был асыҡ йөҙлө һәм изге күңелле кешеләргә генә хас, — тип һөйләй Эльвира Ситдиҡова.
Нәҡ бына почтальондар иңендә ята матбуғатҡа яҙылыу буйынса төп эш. Йыл һайын Ҡайынлыҡ почта бүлеге планды үтәргә тырыша.
— Ауылдарҙа инде йәштәр бик аҙ. Өлкән быуын иң яратып уҡыған гәзиттәрҙән “Алга”, “Йәнтөйәк” һәм “Өмет”кә яҙыла, — ти Светлана Сәйетғәлиева. — Һәр йортта тиерлек яҙылдылар. Башҡа гәзит-журналдарға ла ихтыяж ҙур. Күпселек клиенттар яратҡан баҫмаларға яҡшы ташлама менән яҙылыу өсөн Бөтә Рәсәй декадаһын көтә. Акция ваҡытында гәзит уҡыусыларыбыҙ махсус шарттарҙа яратҡан баҫмаларына яҙыла ала. Бынан тыш, хеҙмәт ветерандары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар өсөн йылдағыса ташламалар ғәмәлдә. Шуға күрә, был ун көнлөктәр ауыл халҡы өсөн бик уңайлы.
Корреспонденция алып ҡайтыусы машина килгәс, почта хеҙмәткәрҙәренең мәшәҡәттәре арта. Эльвира Фәнил ҡыҙы шунда уҡ гәзит, журнал һәм хаттарҙы сорттарға айыра башлай, унан документтарҙы барлай, мәғлүмәттәрҙе компьютерға индерә. Шул уҡ ваҡытта почта бүлегенә килгән ауылдаштарына ла хеҙмәт күрһәтергә өлгөрә.
Килеүселәрҙең барлыҡ һорауҙарына яуап бирә, ни өсөн башҡаса түгел, ә былай эшләргә кәрәклеген сабыр ғына аңлата почта элемтәһе етәксеһе.
Ауыл халҡы ла бик ярата уны, “Эльвираҡайым”, тип кенә торалар.
— Клиенттарыбыҙҙан ҡәнәғәтмен, бер-беребеҙҙе аңлап эш итәбеҙ. Бөтәһенә лә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ һәм яҡшы кәйеф теләйем. Беҙгә йышыраҡ килегеҙ, яҡшы баҫмаларға яҙылығыҙ, беҙ һәр ваҡыт һеҙгә иғтибар бирергә әҙер һәм килеүегеҙгә һәр саҡ шат! — тип йылмая Эльвира Ситдиҡова.

Лира ЮРАСОВА.

Борай районы.

Автор:
Читайте нас: