Ул үҙ теләге менән контракт төҙөп алғы һыҙыҡта булып ҡайтҡан. Штурмлау бригадаһында водитель-уҡсы-санитар булып хеҙмәт иткән рядовой “Гюрза”.
Яугир ғаиләле, балалары үҫкән, инде ейән һөйгән ир-егет тыныс тормошта күп ерҙәрҙә эшләгән. Саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәттән һуң, 1995 йылда беренсе Чечен һуғышы барышында контракт буйынса хеҙмәт итеп, хәрби “сынығыу” ала. Унан һуң хәрби хеҙмәт юлын Дағстан, Осетия ерҙәрендә дауам итә.
Махсус хәрби операция иғлан ителгәс бармай ҡала алмай ул. Контракт төҙөй һәм БАРС штурмлау отряды составында алғы һыҙыҡҡа юллана.
— Яугирҙар бар яҡлап та тәьмин ителгән. Гуманитар ярҙам килеп тора. Урал автомашинаһында алғы һыҙыҡта булдым. Илебеҙгә ҡурҡыныс янағанда алғы һыҙыҡта булыу мөһим. Бигерәк тә контракт буйынса хеҙмәт иткән егеттәргә. Улар быны яҡшы аңлай һәм күптәре шулай итә лә. Егеттәребеҙ үҙҙәрен һаҡлаһын ине. Дошман йоҡламай. Һәр саҡ уяу булырға кәрәк, — ти 51-се йәшлек яугир.
Аида Хәйртдинова.