Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
13 Июль 2024, 04:00

Хыялдар тормошҡа аша

Балтас районынан Аксана Вәлинурова социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы булышлығында күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы.

Хыялдар тормошҡа ашаХыялдар тормошҡа аша
Хыялдар тормошҡа аша

Аксана ваҡытында Мәшғүллек үҙәгендә эшһеҙлек буйынса иҫәптә торған. Бирелә уға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы тураһында хәбәр итәләр. Уның электән үк парикмахер булғыһы килә. Һәм бына хыялды тормошҡа ашырыу мөмкинлеге килеп тыуа.
Бының өсөн ул Мәшғүллек үҙәге ярҙамында парикмахер һөнәрен үҙләштерә һәм бизнес-план төҙөп, уны уңышлы яҡлай. Яҙын социаль контракт нигеҙендә үҙ эшен асыуға 350 мең һумлыҡ субсидия ала.
Аксана Вәлинурованың хәҙер үҙ парикмахер салоны бар. “Теләк булһа — бар ҙа була. Ҡурыҡмаҫҡа, юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк. Ярҙам итәләр”, — ти ул.

Фирғәт Нәбиуллин.

Автор:
Читайте нас