Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров: “Беҙ үҙебеҙҙең ерҙә яуаплы хужа булыу өсөн уңышлы булырға, балаларыбыҙ, киләсәк быуындар өсөн Башҡортостанды һаҡлап ҡалырға һәм нығытырға, ата-бабаларыбыҙ тапшырған мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә тейешбеҙ”.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың башҡорт телен үҫтереүгә бәйле мәсьәләләргә етди иғтибар биреүе һуңғы биш йылда әсә телен һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән дәүләт программаларының, хуплау сараларының тормошҡа ашырылыуына булышлыҡ итте. Радий Фәрит улы башҡорт телен популярлаштырыуға һәм цифрлаштырыуға ҡоролған эҙмә-эҙлекле сәйәсәт алып бара. Районыбыҙҙа ла был йәһәттән байтаҡ эштәр башҡарыла. Улар тураһында район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтова һөйләй:
— Башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәтеү беҙҙең, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн мөһим бурыс булып тора. Уға ғаиләлә нигеҙ һалынып, балалар баҡсаларында, артабан мәғариф учреждениеларында маҡсатлы эш алып барыла. Дәүләт программаһы иҫәбенә республикабыҙҙа, шулай уҡ районыбыҙҙа ла байтаҡ проекттар тормошҡа ашырыла. 10 йыл рәттән уҙғарылған Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант акцияһын ғына алһаҡ та. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ярҙамында ул 2019 йылдан халыҡ-ара кимәлгә сыҡты һәм йыл һайын матур ғаилә байрамына әйләнә. Йылдан-йыл районда диктант үткәрелгән майҙансыҡтар һаны арта, ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә. 2024 йылда, мәҫәлән, ил буйынса 3018 оффлайн майҙансыҡ ойошторолоп, 408 399 кеше яҙған. Райондың бөтә мәғариф учреждениеларында уҡыусылар, уҡытыусылар, саҡырылған ҡунаҡтар, шулай уҡ мәҙәниәт, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре дәррәү акцияға ҡушылды. 2019 йылдан телде популярлаштырыу маҡсатында Башҡорт теле көнө ҙурлап үткәрелә. Был көндә бай йөкмәткеле саралар, төрлө конкурстар, флешмобтар, акциялар, берҙәм дәрестәр ойошторола. Балалар һәм йәштәр араһында башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу арттырыу өҫтөндә эш каникул ваҡыттарында ла туҡтап ҡалмай. Йыл да Солтанбәк ауылында урынлашҡан “Сарс” лагерында 1-се смена “Йәйләү” программаһына арнала. Мәктәптәрҙә ойошторолған көндөҙгө лагерҙарҙа ла халҡыбыҙҙың йолаларын, традицияларын, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Йәй дауамында ауылдарҙа үткәрелгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамдарында ла был йәһәттән маҡсатлы эш алып барыла. Сөнки бер генә сара ла балалар, йәштәр ҡатнашлығынан башҡа үтмәй.
Атап үтелгәндәр районыбыҙҙа башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән төп сараларҙың бер нисәүһе генә әле. Уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән район, республика олимпиадаларында призлы урындар яулай, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһай, Ҡесе һәм Оло ҡоролтай эшендә, билдәле яҡташтарыбыҙ ижадына арналған сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү, тәү сиратта, ғаиләгә ҡайтып ҡала. Уларға кесе йәштән тел ҡәҙерен аңлатыу мотлаҡ. Туған телдә бишек йырын ишетеп, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеп үҫкән бала бәхетле була. Ә уҡытыусылар иңенә туған телгә булған ихтирамды, ғорурлыҡ тойғоһон артабан тәрбиәләү, ныҡлы белем биреү, һәләттәрен үҫтереү, тәртипле, йәмғиәткә төрлө яҡтан үҫешкән рухлы шәхес тәрбиәләү кеүек маҡсаттар ҡуйылған.
Илһөйәр Махатова.