Саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәттә ул БМП, БТР отделениеһы командиры була. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, ғаилә ҡора. Ҡалала йәшәй. Эшләп хаҡлы ялға туҡтай. Махсус хәрби операция башланғас, ғаиләһенә лә әйтеп тормай, ҡыҙ туғандарына хәбәр итә лә, контрактҡа ҡул ҡуйып, хәрби хеҙмәткә юллана.
— Һамар ҡалаһында хәрби күнегеүҙәр үткәндән һуң мотопехота дивизияһы составында алғы һыҙыҡҡа эләктем, — ти ул.
Күп ҡалаларҙы штурмлауҙа ҡатнаша. Йыл ярым була МХО-ла. Контузиялар ала.
— Етенсе контузиянан һуң хеҙмәткә яраҡһыҙ тип таптылар. Дауаланыу курстары үттем. Элекке хәлемә ҡайттым. Ялым оҙаҡҡараҡ һуҙылды. Тағын унда барыр инем. Мин унда нығыраҡ кәрәк. Егеттәребеҙгә еңел түгел. Оборона министрлығына үҙемдең хәлдәрҙе аңлатып, теләгемде белдереп хат яҙҙым. Яуап хаты килде. Тик ... хеҙмәткә алырбыҙ тип асыҡ ҡына яҙмағандар. Ә минең барғым килә, — ти “Дед”.
Аида Хәйртдинова.