Гуманитар ярҙамды Донецк Республикаһына “Газель” автомобилендә илтеп, егеттәрҙең ҡулына тапшырҙыҡ. Улар янына инде күп тапҡырҙар барылһа ла, һәр күрешеү тулҡынландырғыс була. Шуны ла әйтергә кәрәк, егеттәрҙең кәйефе хәрбиҙәрсә, Еңеүгә өмөттәре ҙур. Мобилизацияланған егеттәр исеменән һәм шәхсән үҙемдән гуманитар ярҙамды йыйыуҙа, уны илтеп биреүҙә ярҙам иткән һәр бер кешегә оло рәхмәттәремде еткерәм.
Акцияға яугирҙарыбыҙға булышырға теләгән һәр кеше ҡушыла ала. Посылкаларҙы йыйыу, кәрәкле әйберҙәрҙе алыу өсөн матди ярҙам күрһәтеү эше Мишкә ауылы, Ленин урамы, 89, хакимиәт бинаһы, 23-сө бүлмә (яуаплы кеше Динар Нәҡиф улы Мортазин) адресы буйынса дауам итә. Яугирҙың исем-фамилияһын, рота, взвод номерын А4 форматы ҡағыҙына яҙырға кәрәк. Посылкаларҙы ҡабул итеү ваҡыты иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем.
Беҙҙең бәләкәй генә өлөшөбөҙ ил тыныслығы, именлеге өсөн көрәшкән яугирҙарыбыҙҙың һалдат тормошон еңеләйтергә булышһын, доғаларыбыҙ дошман һөжүменән, пуляларынан һаҡлаһын ине. Уларҙы иҫән-имен тыуған яҡта көтәбеҙ.
Фирҙәүес Ҡадиҡова.