Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Уйламаған хәлдәр осрап торор, шулай ҙа аҙна йомғаҡтарынан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Һәр осраҡта ла ашыҡмаҫҡа ҡушыла. Иң тәүге фекерҙәрегеҙ яңлыш булыр, моғайын. Йомалағы осрашыу күңелегеҙҙе күтәрер.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Шишәмбелә яҡшы яңылыҡтар ишетерһегеҙ. Күптәр яҡшы кәйеф менән эшкә тотонор. Мәсьәләләрҙең айышына тиҙ төшөнә белеүегеҙ һәр саҡ булышлыҡ итер. Янығыҙҙағылар менән күберәк кәңәш ҡорһағыҙ, һәйбәт булыр ине.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Аҙна барышында икеләнер өсөн етди сәбәптәр осрар. Ике юлдың береһен һайларға кәрәгер. Уның дөрөҫлөгөн ваҡыт үткәс кенә белерһегеҙ. Йомала ишеткән хәбәр аҙаҡ мотлаҡ раҫланыр.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Көндәр ҡәҙимгесә килер. Уңыштар ҙа, хаталар ҙа булыр. Кесе йомала тәү ҡарашҡа бик ҡатмарлы күренгән мәсьәләне йәтеш кенә хәл итерһегеҙ. Шәмбеләге яңылыҡ күңелегеҙҙе күтәрер.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Барыһы ла һәйбәт барыр. Башҡалар эшләй алмағанды еңел булдырырһығыҙ. Әллә ни маҡтауҙар ҙа ишетмәҫһегеҙ, ҡырын ҡараусылар ҙ табылыр. Был арала кеше кәңәштәренә ҡолаҡ һалмаһағыҙ ҙа була.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Шишәмбелә иғтибарлыраҡ булығыҙ – янығыҙҙағылар менән аңлашыу ҡыйынлашыр. Тәңҡит һүҙҙәрен дә ишетеүегеҙ ихтимал. Араларҙы һаҡлай алырһығыҙ, моғайын. Төрлө йомош менән мөрәжәғәт итеүселәр ҡапыл күбәйер.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Аҙна көтөлмәгәнсә башланыр. Ҡыйынлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға осрарһығыҙ. Шулай ҙа башланған эштәрегеҙҙе дауам итегеҙ. Бер-ике көндән барыһы ла ыңғай яҡҡа үҙгәрер.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Элекке бәйләнештәрҙе яңыртыу өсөн мөмкинлектәр табылыр. Бәғзеләр яңы танышлыҡтар ҙа булдырыр. Шаршамбы бигерәк тә файҙалы үтер. Йәмәғәт сараларында ҡатнашыуҙан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.
Ҡыҙ ( 24.08 –23.09)
Көндәр тыныс килгән һымаҡ тойолор. Шишәмбелә уйламаған яңы эштәр килеп сығыр. Алдан төҙөгән ҡайһы бер ниәттәрегеҙҙе ваҡытлыса кисектерергә тура килер. Шулай ҙа бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫһегеҙ.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Был арала иғтибарлыраҡ булығыҙ. Шаршамбыла уңайлы мәлде күрергә тырышығыҙ. Күптәр уны күрмәй ҙә ҡалыр, моғайын. Кесе йомала төрлө сәбәптән янығыҙҙағылар менән уртаҡ тел табыу ауырлашыр.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Борсолорға сәбәптәр юҡ. Ыңғай ваҡиғалар ҙа шишәмбелә һәм шәмбелә көтөгөҙ. Ышаныслы кеше менән ниндәйҙер мөһим мәсьәләне тыныс ҡына тикшерергә форсат сығыр. Аҡса даими килеп торор. Бәғзеләргә кемдер бурысын ҡайтарыр.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Мәл кәрәкмәгән әйберҙәрҙән ҡотолоу өсөн уңайлы. Кемдер уларҙы һатып, үҙенә файҙа сығарыр. Шаршамбыла ҡайһы бер эшегеҙ туҡтағандай тойолор. Һеҙҙән өҫтәмә тырышлыҡ талап ителер. Йомала рәсми хат алырһығыҙ.
ӨМӨТБАЙ.
https://ye102.ru/articles/mahsus/2024-06-30/yondo-nam-1-7-iyul-3827921