Башҡорт вахтаһы” проектының маҡсаты — Себерҙә эшләгән кешеләрҙе үҙебеҙҙең республикала эш менән тәьмин итеү. Бындай вахта иғтибарға лайыҡ, ул һаулыҡты һаҡлау өсөн дә, йәшәү өсөн сығымдарҙы кәметеү йәһәтенән дә, ғаиләгә яҡын булыу өсөн дә һәйбәт.
Проект сиктәрендә районда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе вәкилдәре халыҡ менән осрашыу үткәрҙе.
Сарала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников, ПАО ОДК-УМПО персоналы буйынса өлкән менеджер Наталья Пичаева һәм Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев ҡатнашты. Шулай уҡ потенциаль хеҙмәткәрҙәрҙән һәм уларҙың ғаилә ағзаларынан тыш, брифингта ауыл биләмәләре башлыҡтары ла бар ине.
Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе — Рәсәйҙә авиация двигателдәрен етештереүсе иң ҙур предприятиеларҙың береһе. Хәрби авиация, вертолет техникаһы узелдары өсөн газ турбиналы двигателдәр эшләй, етештерә һәм ремонтлай, нефть-газ сәнәғәте өсөн ҡорамалдар һәм башҡалар сығара. Уларға әле программалы идара итеүсе станок операторҙары, механик-йыйыу эштәре өсөн слесарҙар, токарҙар, киң профилле станоксылар, шлифовальщик, фрезеровкалаусы, быраулаусы, станок һәм слесарь эше контролеры һәм башҡа белгестәр талап ителә.
Йыйылыусыларға «Башҡорт вахтаһы»ның барлыҡ ыңғай яҡтары тураһында һөйләнеләр. Вахтасыларға эшкә урынлашыуҙың ике варианты тәҡдим ителде:
производствоға төп эш урынына йәки бер үк ваҡытта сменалар араһындағы ялдарҙа ваҡытлыса эшкә килергә була. «ОДК-УМПО» базаһында Ростехтың етештереү-уҡыу үҙәге эшләй. Шуға тәжрибәһе булғандарҙы ла, тәжрибәһеҙҙәрҙе лә алалар һәм уларҙың барыһын да эшсе һөнәрҙәргә уҡыталар.
38 мең һумға тиклем стипендия түләнә һәм артабан һөнәре буйынса рәсми рәүештә эшкә урынлаштыралар.
Әгәр эшсе ял көндәрендә эшләһә, түләү икеләтә күләмдә башҡарыла. Хеҙмәткәрҙәргә дөйөм ятаҡтан урын бирелә. Бынан тыш, торлаҡты ҡуртымға алған өсөн айына 13 мең һум компенсация түләнә. Ипотеканы ҡаплауға субсидиялар бирелә. Дәүләт оборона заказын үтәү сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыу кисектерелә. Шулай уҡ предприятие урта һөнәри белем биреү учреждениелары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә. Бынан тыш компания тулы социаль пакет, түләүле ялдар һәм больничныйҙар, ташламалы хаҡ менән ҡайнар аш, вахта транспорты, балалар лагерҙарына ташламалы юлламалар һәм профилле уҡыу йорттарында маҡсатлы уҡыу тәҡдим итә.
Шулай итеп, берекмә үҙенең хеҙмәткәрҙәренә һәйбәт шарттар тәҡдим итә. Уларҙы рәсми рәүештә эшкә урынлаштырасаҡтар, эш хаҡы баҙарҙағынан юғарыраҡ. Мәҫәлән, 4-се рарядлы эшсенең хеҙмәт хаҡы 90 мең һумдан, 5-се разрядлы – 110 мең һумдан һәм 6-сы разрядлы эшсенеке –125 мең һумдан башлана.
Артабан сарала ҡатнашыусылар берекмә белгестәренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, теләге булғандар эш шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алды.
Лира Юрасова.
Борай районы.