- Атайым крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы, ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләй, - тип һөйләй Рауил Ревал улы. - 2016 йылда туризм буйынса ла үҙ эшебеҙҙе астыҡ. Беҙҙең проект алты миллион һум самаһы тора, дәүләттән 2,9 миллион һум грант алдыҡ. Комплекс биләмәһендә өс тирмә ҡуйҙыҡ, ул тулыһынса заманса йыһазландырылған, иң талапсан туристарҙың да ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек.
Милли колоритлы “Зәңгәр лагуна” комплексы йыл әйләнәһенә эшләй. Ял итеүселәр өсөн ҡупшы ғына өйҙәр, беседка төҙөлгән. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа рәхәтләнеп ҡышын тюбингта шыуа, мотосноуборда елдерә, йәйгеһен катамаранда, сабта йөрөй, иппотерапия менән шөғөлләнә, пляжда һыу инә. Нутфуллиндар быуала балыҡ та үрсетә, шуға ла бында балыҡсылар өсөн ожмах инде. Өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмай, артабан үҫеү яғын ҡараясаҡбыҙ, ти эшлекле йәш эшҡыуар Рауил Нутфуллин.
Уның кеүек уңғандар республикабыҙҙа артҡандан-арта. Был бик ҡыуаныслы күренеш. Радий Хәбиров республикала Башлыҡ сифатында үҙ эшен башлағанда Башҡортостанда эске туризмды үҫтереү менән бәйле хәлде киҫкен тип атап, уның ҡушыуы буйынса гранттар һәм субсидиялар, эске туризм менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн һалым льготалары һәм административ ташламалар системаһы булдырылды. Төбәктә туризмды үҫтереүгә Радий Хәбиров ярҙамында ойошторолған “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге”, мәктәп һәм сәнәғәт туризмы программалары ла булышлыҡ итә. Пандемия осоронда һәм МХО барған саҡта киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн финанслауҙы ҡайтанан бүлеү менән бәйле бөтә ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, туристик йүнәлеш өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Төбәктең туристик инфраструктураһын үҫтереү иҫәбенә артабанғы ыңғай динамиканы тәьмин итеү мөһим, тип билдәләй республика етәксеһе. Ә туризмды үҫтереү - республиканың киләсәгенә инвестиция һәм эш урындары булдырыу ғына түгел, иҡтисади йәһәттән дә бик отошло, сөнки төбәккә аҡса ағымын арттырып, бөтә тармаҡтарҙың да (төҙөлөш, сәнәғәт, транспорт, хеҙмәттәр өлкәһе һ.б) үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. 2023 йылда был маҡсатҡа 1,5 миллиард һум самаһы федераль аҡса йәлеп ителгән. Бөгөн Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында туризмды үҫтереүҙең төп күрһәткестәре буйынса алдынғы позицияларҙы биләй. Бер ниндәй ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, республикабыҙ төрлө тарафтарҙан туристарҙы ҡыҙыҡлы маршруттар, уңайлы инфраструктура менән ылыҡтырып, артабан да туризмдың ҡеүәтен арттыра.
Башҡортостанға ситтән килгән туристар һәр ваҡыт беҙҙең гүзәл төбәккә ғашиҡ булып ҡайта. Быны интернеттағы яҙмалар, видеолар раҫлай. Мәҫәлән, “Зәңгәр лагуна”ла ял итеүселәр, был урын иҫ киткес энергияға эйә, тип яҙа:
- Төрлө сәскә-үләндәрҙең хуш еҫе, ҡоштарҙың һайрауы, зәңгәр һыу! Бөтә ғаилә өсөн иң яҡшы ял ошонда: балалар батутта һикерә, уйын майҙансығында мәж килә, йорт ҡуяндарына һоҡлана, ата-әсәләр мәшәҡәт-хәстәрҙәрҙе онотоп, мунсала сабынып, хуш еҫле самауыр сәйе менән һыйланып, релакс ала. Хужалар бик игелекле, аралашыусан һәм саф күңелле. Улар ял йортона бар йөрәген һалып эшләй. Беҙ бында ҡабат-ҡабат килергә теләйбеҙ!
Ҡат-ҡат килерлек тә шул - ожмах ошонда кеүек!
Фото: Рауил Нутфуллин.
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-06-27/turizmdy-tere-respublikany-kil-s-gen-investitsiya-3825507