Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
28 Июнь 2024, 05:00

Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән ниндәй ярҙам алырға була?

Эш эҙләйһегеҙме, әллә һөнәрегеҙҙе алмаштырыу тураһында уйлайһығыҙмы? Һеҙгә халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә ярҙам итәсәктәр. Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре менән берлектә ярҙам алыу юлдарын тикшерәбеҙ.

Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән ниндәй ярҙам алырға була?Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән ниндәй ярҙам алырға була?
Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән ниндәй ярҙам алырға була?

Кемдәр мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала?
— эштән бушатылған йәки эштән киткән хеҙмәткәрҙәр;
— тәүге тапҡыр эш эҙләүселәр;
— эшмәкәрлек өлкәһен үҙгәртергә теләүселәр.

Сит ил кешеләре йәки ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәте булған, әммә гражданлығы булмаған кешеләр ҙә мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала, ләкин улар эшһеҙлек буйынса пособие юллай алмай.

❌ Эшһеҙ статусын:

— хеҙмәт эшмәкәрлегенән даими эш хаҡы алғандар;
— 16 йәшкә тиклемге балалар;
— көндөҙгө бүлектә уҡыусылар;
— ҡартлыҡ йәки хеҙмәт стажы буйынса пенсионерҙар;
— эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр, нотариустар һәм адвокаттар;
— хәрби хеҙмәткәрҙәр;
— фермер хужалыҡтары ағзалары ала алмай.

✏ Эшһеҙлек буйынса пособие һәм эш урындары тураһында тәҡдимдәр алыу өсөн:

1⃣ йәшәү урыны буйынса йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә. Үҙәк адрестары исемлеге - ошонда: vk.cc/cw4iHG

2⃣ Эшһеҙ статусы алыу өсөн ғариза яҙырға.

3⃣ Документтар - ғариза, паспорт, 2-НДФЛ белешмәһе, хеҙмәт кенәгәһе, белем тураһында документтар тапшырырға. Быға тиклем эшләмәгәндәр өсөн — ғариза, паспорт, белем тураһында документтар.

Пособие күләме ташламалы категорияға ҡарау-ҡарамауға, эштән китеү сәбәптәренә, хеҙмәт мөнәсәбәттәренең оҙайлығына, уртаса эш хаҡы күләменә бәйле.

Тәүге өс айҙа - уртаса эш хаҡының 75, киләһе өс айҙа 60 проценты күләмендә, әммә билдәләнгән иң ҙүр күләмдән артыҡ булмаған суммала пособие алырға була.

💰 Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса айлыҡ пособиеның иң бәләкәй күләме – 1 852 һум, иң ҙур күләме – 15 799 һум. Иң ҙүр сумманы иҫәпкә ҡуйылғандан һуң тәүге айҙарҙа ғына тәғәйенләйҙәр. Һуңынан 6 176 һум самаһы түләнә.

📆 Пособиены күпме алырға мөмкин?

▫ Компанияны бөтөрөү, уның эшмәкәрлеген туҡтатыу йәки штатты ҡыҫҡартыу сәбәпле эштән бушатылғандар өсөн - 6 ай.

▫ Элек эшкә урынлашмаған йәки 12 ай элек эш урынын юғалтҡан һәм уҙған йылда 26 аҙнанан кәмерәк эшләгәндәр өсөн - 3 ай.

▫ Үҙ теләге менән эштән киткәндәр өсөн - эш стажына ҡарап, 6 айға тиклем.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-06-27/haly-m-sh-llege-gen-n-nind-y-yar-am-alyr-a-bula-3826057
Автор:
Читайте нас