Белгестәр фаразлауынса, июль йәйҙең иң эҫе айы буласаҡ. Һм, был электән шулай, фаразларға ла кәрәкмәй. Эҫелеккә эҫе ул, тик ҡояшы ла йыш ҡына болот артына ҡасасаҡ икән. Йәғни, аяҙлы-болотло көндәр күҙаллана, салт аяҙҙары бер нисә көн генә.
Рәсәйҙең Үҙәк федераль округында ай башынан уҡ аяуһыҙ эҫе буласаҡ, ти синоптиктар. Тәүге декадала температура +27,+33 градус самаһы күҙалланһа, июлдең икенсе яртыһынан тағы ла күтәреләсәк. Башҡортостанда уртаса температура +28 градус тип күҙаллана.
Атлантиканан эҫе һауа массаһы килә һәм ай уртаһынан һуң эҫелек +35 градус буласаҡ. Волга буйы федераль округы төбәктәрендә, шул иҫәптән беҙҙә лә, уртаса температура +30, +32 градус.
Ямғырҙар ҙа яуа. Тик белгестәр иҫкәртеүенсә, яуым-төшөм эҫелектән әллә ни ҡотҡара алмаясаҡ. Дөйөм алғанда, эҫе һәм томра көндәр август башына тиклем дауам итеүе ихтимал.