Йәриә ЯЛАЛЕТДИНОВА Яңы Ҡаҙансы ауылында тыуған. Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлағас, төрлө мәктәптә уҡытыусы, директор булып эшләй. Оҙаҡ йылдар Асҡын районының мәғариф бүлеген етәкләй. Хәҙерге ваҡытта хаҡлы ялда.
* * *
Ҡыҙыл гөлдәр һалдың ҡулдарыма,
Ҡаршы сығып үтер юлдарыма.
Мөлдөрәмә моңһоу ҡарашыңдан
Сихри һөйөү хисе ағыла.
Яҙмышыммы әллә яңлышыммы:
Йөрәгемдә һөйөү ялҡыны.
Йөрәгеңә ҡуйып йылыт әле –
Ҡулдарымды ҡыштың һалҡыны.
Ҡосоп ҡына мине оҙата килдең,
Ҡул йылыңды тойҙо иңдәрем.
Шул бәхетте, изге сәғәттәрҙе
Ҡабатлармы икән көндәрем?
Гөлдәремдең гүзәл алһыулығы
Йөҙҙәремә минең тарала.
Мөхәббәтең оҙата барыр, ахыры,
Яман күҙҙән, Хоҙай, арала.
Әсә һүҙе
Йолҡоноп үткән ғүмерҙәр
Ике ут араһында.
Сабышҡы мин, тик егелгән
Замана арбаһына.
Йөрәктәрҙә ниҙәр барын
Кем аңлар ҙа, кем белер?
Күҙ асып йомған арала
Үтә икән был ғүмер.
Көҙгөләрҙә сағылған йөҙ
Таныш та, ят та кеүек.
Янымдан йәшлегем атлай
Ҡыҙым төҫөнә кереп.
Йәшәлмәгән дә кеүек бит,
Ғүмерҙәр бара үтеп.
Кемде ҡәҙерләрһең, балам,
Әсәйең кеүек итем?..
Һағынып кемгә һөйләрһең?
Хәтерләрһең кем менән?
Туғаның булһын яныңда
Хәлеңде аңлай белгән.
Нисә генә бөртөкһөгөҙ?
Дүртәүһегеҙ, тип ҡыуанам.
Ҡунағыңдың ҡәҙерлеһе
Туғаның булһын, балам.
Күкрәк көсө менән ярып
Булыр юл һалыуҙарың.
Фани донъяларҙа бер көн
Булыр минһеҙ ҡалыуҙарың...