РФ Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаты "Толстой картаһы" булдырыу башланғысы менән сыҡҡан. "Пушкин картаһы"на оҡшаш, тик ололар өсөн. Картаға 10 мең һум аҡса һалыу күҙаллана.
Проект авторҙары әйтеүенсә, "тап өлкәндәр йәштәрҙе тәрбиәләү, мәҙәни кодты тапшырыу өлкәһендә ҙур роль уйнай, шуға ла улар үҙҙәренең мәҙәни кимәлен тотоу, күтәреү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш, шул иҫәптән театр һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына йөрөп".
Белеүегеҙсә, беҙҙә "Башҡорт оҙон ғүмерлегеге" проекты ғәмәлгә ашырыла. Уның төрлө йүнәлеше бара. "Әүҙем оҙон ғүмерлелек" тигәне ололарҙың социаль-мәҙәни үҫешенә бәйле. Шуға ла мәҙәниәт учреждениеларына йөрөү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр булһа, тағы ла яҡшыраҡ.
Бик яҡшы проект, хупланһа ярар ине.
Фото: Министерство семьи, труда и социальной защиты населения Республики Башкортостан.