Мәҫәлән, үткән йыл Асҡын районы үҙәгендә ғаилә менән ял итеү өсөн бик матур урын барлыҡҡа килде. Ул - "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты буйынса төҙөкләндерелгән Ғаилә паркы.
Былтыр район халҡы тауыш биреп, ошондай пакр төҙөүҙе үҙе һайлағайны.
Хәҙер бында бик матур - тротуарҙар, эскәмйәләр, яҡтылыҡ, ағас-ҡыуаҡлыҡтар, халыҡҡа ял итергә уңайлы майҙансыҡтар бар.
Әйткәндәй, парк элекке балалар баҡсаһы биләмәһендә урынлашты.
Быйыл Башҡортостанда милли проекттың "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" программаһы буйынса 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Ошо программа сиктәрендә Асҡында район Мәҙәниәт йорто янында яр буйы төҙөкләндерелә башланы.