22 июнь – тарихыбыҙҙың иң фажиғәле даталарының береһе. Был көндө, 83 йыл элек кешелек тарихында иң ҡан ҡойғос һуғыш башлана. Ул дәһшәтле йылдар тураһында хәтер халҡыбыҙ күңелендә мәңгегә һаҡлана.
Урмияҙ ауылында ла бөгөн - Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан “Еңеү” паркында митинг үтте. Был хаҡта беҙгә ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин хәбәр итте.
- 22 июнь халыҡ күңелендә утлы яра булып ҡалды. Сөнки ауылыбыҙҙа һуғыш еле ишек ҡаҡмаған бер генә йорт та юҡ: кемдеңдер ире, кемдеңдер атаһы йә ағаһы, улы, һөйгәне ошо ҡәһәрле һуғышта мәңгелеккә ятып ҡалған. Шуға ла Хәтер һәм ҡайғы көнө халҡыбыҙҙы берләштерә, тип әйтергә мөмкин.
Бына бөгөн дә хәтер сараһына йыйылдыҡ. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙы һәм яу яландарында ятып ҡалғандарҙы, тыл ветерандарын иҫкә алып, улар рухына бағышлап һәм шулай уҡ бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, имам хатибыбыҙ Радик хәҙрәт Исхаҡов доға ҡылды. Яу ҡырҙарында һәм һуғыштан ҡайтып вафат булған ветерандарыбыҙҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдыҡ һәм обелискка сәскәләр һалдыҡ, - тине Илшат Үзбәк улы.
Йылдар үткән һайын ата-бабаларыбыҙҙың данлы үткәне хәтерҙәрҙә яңыра. Бер кем дә, бер нимә лә онотолмаған, онотолмай һәм онотолмаясаҡ!
Наилә Имаева.