БР Үҙәк һайлау комиссияһы Владимир Нагорныйҙың («СПРАВЕДЛИВАЯ РОССИЯ – ПАТРИОТЫ – ЗА ПРАВДУ» партияһынан күрһәтелә, әле ул БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, фракция етәксеһе), Иван Сухаревтың (ЛДПР күрһәткән, ул РФ Дәүләт Думаһы депутаты), Илшат Тимерйәновтың (“Новые люди” партияһынан, “Феникс ТСР” йәмғиәтенең генераль директоры) документтарын ҡабул иткән.
Әйткәндәй, КПРФ та үҙ кандидатураһын күрһәткән, Артур Шәйнуров әлегә документтарын тапшырмаған.
Фото: Новости (izbirkom.ru)