Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
17 Июня 2024, 11:00

Сливанан үҙенсәлекле ҡайнатма

Тәме - телеңде йоторлоҡ!      

Сливанан үҙенсәлекле ҡайнатмаСливанан үҙенсәлекле ҡайнатма
Сливанан үҙенсәлекле ҡайнатма

1,5 кг слива иҫәбенә 2 әфлисун, 300 г йөҙөм, 1,5 кг шәкәр һәм 250 г әстрерхан сәтләүеге алалар.

Әфлисунды ҡабығы менән бергә иттартҡыс аша сығарырға. Сливаны төштәренән таҙартырға. Ике емеште эмаль кәстрүлгә һалып, шәкәр менән бутағас, ярты сәғәт тирәһе ултыртып торорға ла, йөҙөм ҡушып (ҡайнар һыуҙа бүрттерелгән) талғын утта 80-90 минут ҡайнатырға. Масса ҡуйырғас, ваҡлап туралған сәтләүек ҡушып, тағы ла 10 минут ҡайратырға.

Ҡайнатманы стрилләнгән банкаларға тултырып, һыуытҡыста һаҡларға кәңәш ителә.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-06-16/slivanan-ens-lekle-aynatma-3811254?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Автор:
Читайте нас