Ҡорбан ғәйетенә Баҙансат, Ҡышлауйылға, Асҡын ауылдарынан, Чернушка ҡалаһынан килделәр.
Сара оптимизация һөҙөмтәһендә ябылып буш торған башланғыс мәктәп бинаһында ойошторолдо. Уны Фирая Фәһимйән ҡыҙы туғандары, ауылдаштары ярҙамы менән байрам алдынан йыйыштырып, йыуып сыҡтылар, мәктәп ихатаһында үҫкән үлән сабылды, биләмә тәртипкә килтерелде.
Иртәнән үк бирелә эш ҡайнаны: ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре бешереп алып килгән ҡамыр ризыҡтарынан, емеш-еләктән табын әҙерләне. Һыйҙан һығылып торған өҫтәлдәргә һәр кем үҙе алып килгән күстәнәстәрен дә ҡуйҙы. Ә тышта был ваҡытта ҡорбанлыҡ итенән тәмле былау беште, самауырҙарҙа сәй ҡайнаны.
Халыҡ йыйылып, күрешкәндән, иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡандан һуң, ир-аттар ауыл урамы буйлап үтеп, тәҡбир әйтте, шунан мәктәп йортона ҡайтып бергәләп доға ҡылдылар. Артабан барыһы ла мәктәп эсенә инеп, айырым йыһазландырылған бүлмәлә ғәйет намаҙын уҡыны. Ҡышлауйылға ауылынан килгән Илшат хәҙрәт Саттаров ҡорбан салыу тәртибе, ошо изге байрамдың әһәмиәте тураһында вәғәз һөйләне, Ҡорбан ғәйете менән ихлас ҡотланы. Бергәләп ҡорбанлыҡ салдырыусы Шакировтар ғаиләһенең именлеге, ил-көндәрҙең тыныслығы өсөн доға ҡылдылар.
Шул арала тәмле былау ҙа бешеп сығып өҫтәлдәргә ҡуйылды. Ихлас аралашыу бай табын артында дауам итте. Килгән ҡунаҡтар һәм Илшат хәҙрәт Фирая Фәһимйән ҡыҙы менән Ғәмирйән Шакир улына изге байрам көнөндә ауылдаштарын йыйып, сауаплы эш башҡарғандары, үҙҙәренең өлгөһөндә башҡаларҙы ла дин, иман юлына баҫырға өндәгәндәре өсөн рәхмәт әйтте, бындай ғәмәлдәрҙең дауамлы булыуын теләне.
Фирая апай үҙ сиратында ошо ҙур сараны үткәреүҙә ярҙамлашҡан туғандарына, күршеләренә, ауылдаштарына, Чернушка ҡалаһынан үҙе уҡыған “Нур” мәҙрәсәһенән Мөнжиә Сәхипкарамова етәкселегендә килгән гүзәл заттарға оло рәхмәттәрен еткерҙе.
Илһөйәр Махатова.