Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
16 Июнь 2024, 04:00

Тәжрибәле шәфҡәт туташы

Фәнисә Вәлиева 45 йыл ғүмерен изге һөнәргә бағышлаған.

Тәжрибәле шәфҡәт туташыТәжрибәле шәфҡәт туташы
Тәжрибәле шәфҡәт туташы

Шәфҡәт туташы — аяҡһыҙҙың аяғы, һуҡырҙың күҙе, баланың таянысы, йәш әсә өсөн белем һәм ышаныс сығанағы, көсһөҙ йәки үҙ-үҙенә бикләнгән кешенең теле, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Был һөнәр үҙ эсенә сабырлыҡ, кеше хәленә инә белеү, яуаплылыҡ, бөхтәлек, һиҙгерлек, иғтибарлылыҡ, намыҫлылыҡ кеүек сифаттарҙы ала. Район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһының хирургия стоматологияһы кабинетында эшләүсе Фәнисә Вәлиеваны райондаштары нәҡ шундай булғаны өсөн ихтирам итә.
Ауырыу кешенең зарын тыңлау, уның кисерештәрен аңлау, хәленә инә белеү өсөн күңел нескәлеге кәрәк, ә көсөргәнешле шарттарҙа хәлде күҙаллап дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү, кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу күпме көс, эске ныҡлыҡ һәм сабырлыҡ талап итә. Үҙ һөнәренең бар нескәлектәрен аңлаған Фәнисә Миңдулла ҡыҙы яратҡан эшенә бар күңел йылыһын һала. Ул бәләкәйҙән ярҙамсыл, етеҙ һәм уңған булып үҫә. Биш балалы ғаиләлә тыуғанғамы, һәр ваҡыт башҡаларҙы ҡайғырта. Ошондай күркәм сифаттар уға медицина йүнәлешен һайларға ярҙам итә лә инде. Яңы Киҙгән урта мәктәбен тамамлау менән Салауат ҡалаһына медицина училищеһына юл тота. Уҡыуын тамамлағас, дипломлы йәш белгесте райондың Ҡаратамаҡ ауылына эшкә ебәрәләр. Унда фельдшер булып 11 йыл хеҙмәт һала. Буласаҡ тормош иптәше, водитель булып эшләүсе Рәдис Сәхип улы менән дә шунда таныша.
Береһе — шәфҡәт туташы, икенсеһе — шофер. Йыш ҡына икәүләп саҡырыуҙарға сығырға тура килгәнгәме, йәштәр араһында мөхәббәт уты ҡабына.
— Оҙаҡ осрашып йөрөмәнек, тиҙ генә өйләнешеп ҡуйҙыҡ, — тип йылмая Фәнисә Миңдулла ҡыҙы. — Бына ярты быуатҡа яҡын аңлашып, бәхетле ғүмер кисерәбеҙ, Аллаға шөкөр. Эштән башҡаны белмәнек, хәҙер инде тырышлығыбыҙ емешен татып, балалар, ейәндәр уңышына һөйөнөп йәшәргә Хоҙай ғүмер һәм һаулыҡ бирһә ине.
Йәштәрҙең тормошона йәм өҫтәп, мөхәббәт емештәре Регина һәм Илнур тыуа. Бер аҙ ваҡыттан һуң район үҙәгенә яңы йорт һалып инеп, балаларға уҡырға мөмкинлектәр күберәк тип, Борай ауылына күсенәләр.
Район үҙәгенә күскәс тә, Фәнисә Миңдулла ҡыҙы һөнәренә тоғро ҡалып, район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһында хирургия стоматологияһы кабинетында шәфҡәт туташы булып хеҙмәтен дауам итә.
Тормош аҡҡан һыу кеүек. Район дауаханаһында эшләгәненә лә 34 йыл тулған уның. Шатлыҡ-көйөнөстәре, мәшәҡәттәре менән күпме ғүмер үтелгән. Хәҙерге көндә Фәнисә Вәлиева йәштәр өсөн остаз булып тора, эш тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша. Хеҙмәттәштәре уны хөрмәт итә. Тырышлығы, фиҙаҡәрлеге өсөн байтаҡ Почет грамоталарына лайыҡ булған һөнәр эйәһе ул.
“Фәнисә Миңдулла ҡыҙы, һеҙҙең өсөн бәхет нимә ул?” — тигән һорауға: “Минең өсөн бәхет — ғаилә, балалар, яратҡан эшең булыу. Балаларыбыҙ икеһе лә тырыш. Донъялар имен булып, бар кеше иҫәнлек-һаулыҡҡа туйынып йәшәһен ине”, — тип яуапланы ул.
“Мин 45 йыл элек Ҡаратамаҡ ауылының медпункт ишеген асып индем. Беренсе эш көнөмдә бик тулҡынландым. Уҡыған ваҡытта бер хәл, ә бына эшләй башлағас, яуаплылыҡ бермә-бер арта. Минең әле эшкә урынлашҡас тәүге тапҡыр ҡан тамырына укол ҡаҙағаным иҫтә. Бик тулҡынландым инде. Хатта ул ауырыуҙың исемен әле лә хәтерләйем”, — ти Фәнисә Вәлиева йылмайып.
Үҙе һөйләүенсә, уның һәр эш көнө үҙенсәлекле, бер-береһенә оҡшамаған. Сөнки һәр көн төрлө диагноз ҡуйылған ауырыуҙар менән эш итергә тура килә. “Иҫтә ҡалырлыҡ эш көндәре күп булды инде, тик күңелһеҙ хәлдәр тураһында һөйләгем килмәй. Ярҙам күрһәтә алмаған осраҡтарҙа йөрәктә яра ҡала, ундайҙар онотолмай. Ә кемгәлер булыша алһам, үҙемде бик бәхетле тоям”, — ти ул.
Тәжрибәле шәфҡәт туташын хеҙмәттәштәре лә ихлас хөрмәт итә. Хирургия стоматологияһы кабинеты табибы Фәдис Сафин уның менән бергә 34 йылдан артыҡ эшләй. “Фәнисә Миңдулла ҡыҙы менән эшләү миңә еңел. Ниндәй генә хәлдәр килеп тыуһа ла, ул тыныс булып ҡала белә. Үҙ һөнәренең оҫтаһы ул. Һәр эштең яйын таба, һәр ваҡыт итәғәтле, мәрхәмәтле, иғтибарлы”, — ти.

Лира Юрасова.

Тәжрибәле шәфҡәт туташы
Тәжрибәле шәфҡәт туташы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас