Нөркә ауылы янында халҡыбыҙ өсөн әһәмиәтле ике урын бар. Береһе — милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың һуңғы ҙур алыш урыны, икенсеһе — уның һөйгән йәре, ҡатындарының береһенең исемен йөрөткән Гөлбәзир тауы.
Хәҙерге Балтас районы ауылдарына 1773-1774 йылдарҙа Салауат Юлаев ике тапҡыр килә. Тәүге килеүендә ул Е. Пугачев ҡушыуы буйынса ғәскәр йыя.
1774 йылдың сентябрендә бик ҡаты алыштарҙан һуң Салауат аҙ ҡалған ғәскәре менән хәҙерге Балтас районына ингән ерҙәргә килә, Нөркә ауылы янындағы ҡалҡыулыҡта ул лагерь ҡора. Ауыл халҡы Салауат ғәскәрен хөрмәт менән ҡаршы ала. Ауылдың аҡһаҡалы Муса ҡарт был эштәрҙе башлап йөрөй, Салауат менән улар ныҡ дуҫлашып китә. Тирә-яҡ ауыл кешеләре лә Салауатҡа ғәскәр бирә, уны аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. Нөркә ауылынан көнсығыштараҡ яҫы ҡалҡыулыҡта ир-егеттәрҙе Салауат үҙе ҡабул итә. Салауат ғәскәренә Муса ҡарт та ике улын ебәрә. Салауат ғәскәр ҡабул иткән ҡалҡыулыҡ моронон әле лә «Приём тауы» тип йөрөтәләр. Ҡалҡыулыҡ янында һаҙламыҡ урындар, соҡор-саҡыр күп булған. Салауат ғәскәре ошо һаҙмат урын аша тупраҡтан күпер һалған. Был күперҙең эҙе әле лә күренеп ята — хәҙер уны Салауат һыҙаһы тип йөрөтәләр.
Нөркәнән 15-18 саҡрым ерҙә хөкүмәт ғәскәре (етәксеһе — полковник Иван Карпович Рылеев) лагерь ҡорған. Полковник Рылеев ғәскәре лагерь ҡорған ерҙе хәҙер «Торлағыр», тиҙәр. Йәғни «торған лагерь» урыны тигән һүҙ. Шул тирәнән, Нөркә тауы янында оҙаҡ йылдар төрлө уҡ башаҡтары, һуғыш ҡоралдары табыла, уларҙың ҡайһы берҙәре һуңыраҡ асылған Нөркә музейында һаҡлана.
Салауат ғәскәре менән хөкүмәт ғәскәре араһында ара-тирә атыштар булып торған, ләкин иң ауыр һәм оҙаҡ алыш 1774 йылдың 22 сентябрендә була. Тарихсы-ғалим И.М. Гвоздикова пушкалар һәм мылтыҡтар менән ҡоралланған Рылеев ғәскәре баш күтәргәндәрҙең һөжүмен бер нисә тапҡыр кире ҡаға, Салауат Юлаев ғәскәре 400 кешеһен юғалтып, сигенергә мәжбүр була, тип яҙа. Салауат Йәлдәк ҡәлғәһенә табан сигенә.
Ерле халыҡ Салауаттың һөйгән йәре Гөлбәзир ҙә был тарафтарҙан булған тип иҫәпләй. Уны Ҡолой Балтасевтың ҡыҙы Гөлфариза тип иҫәпләүселәр ҙә бар. Нөркә ауылындағы «Гөлбәзир» ҡатын-ҡыҙҙар фольклор ансамбленең исеме лә ошо тарихҡа бәйле ҡушылған. Нөркә янында Гөлбәзир исемле тау ҙа бар.
Нөркә музейы
Нөркә ауылы тарихын архивтарҙа тарихсы-ғалим Ә.Н. Усманов, педагог Х.Ф. Мостафин ентекле өйрәнә. Ул саҡтағы Нөркә урта мәктәбе директоры Х.Ф. Мостафин, Нөркә ауыл клубы директоры Ҡ. Вәлиев һәм тарихсы Ә.Н. Усманов башланғысы менән 1978 йылда ауылда Салауат Юлаев музейы булдырыла.
Музейҙа «Салауатты ҡулға алыу һәм унан һорау алыу» стенды бар. Оҙайлы тикшереүҙән һуң (Ҡолой Балтас берҙән-бер шаһит булараҡ үҙ теләге менән
2006 йылда Нөркә ауылы янында, 1774 йылда яу булған аҡланда, «Салауат йыйыны» республика байрамы үтте. Был урында иҫтәлекле билдә — таҡтаташ асылды.
Наилә Имаева әҙерләне.