Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
16 Июнь 2024, 05:00

Атаһы юлынан китеп

Илнур Искәндәров иң изге һөнәрҙәрҙең береһен һайлаған.

Атаһы юлынан китепАтаһы юлынан китеп
Атаһы юлынан китеп

Мишкә үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Илнур Искәндәров уңышлы дауалау нигеҙенең бер мөһим яғы медицина хеҙмәткәрҙәренең һәм ауырыуҙарҙың үҙ-ара ихтирамлы булыуында, тип иҫәпләй.
Әгәр ҙә пациент күрһәтелгән медицина ярҙамы менән ҡәнәғәт булмаһа, ни эшләй? Ғәҙәттә, ул кеше килеп тыуған мәсьәләләрҙән сығыу юлын эҙләгән поликлиника мөдиренә мөрәжәғәт итә. Мишкә үҙәк район дауаханаһында был яуаплылыҡ йәш белгес Илнур Искәндәров иңенә йөкләтелгән. Медицина хеҙмәткәре һөнәре уға бәләкәйҙән таныш.
— Ағайым һәм мин ғүмерен ошо изге һөнәргә арнаған атайым юлынан киттек. Шуға ла бер уйламай Өфөгә Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға индем, — ти ул.
Илнур Рәсҡәт улы студент сағында “Ауыл табибы” программаһы тураһында ишетә һәм ҡыҙыҡһына. 2012 йылда медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам йөҙөнән төҙөлгән дәүләт проектының үҙ шарттары бар. Кадрҙар етешмәгән йыраҡ райондарға һәм ауылдарға күсеп барыу — шуларҙың береһе. Был программа йәш табиптарға эш урынын бер ауырлыҡһыҙ табыу һәм эш башлаған ғына саҡта яҡшы матди ярҙам алыу мөмкинселеген бирә, тип иҫәпләй йәш белгес. Шулай итеп, Башҡорт дәүләт медицина университетының медицина-профилактика эше факультетын тамамлап, Илнур Искәндәров программала ҡатнашырға ыңғай яуап ала һәм 2016 йылда Мишкә үҙәк район дауаханаһында эпидемиолог булып хеҙмәт юлын башлай. Уның төп бурысы профилактик саралар һәм инфекцияны контролдә тотоу юлы менән ауырыуҙарҙы кисектереү һәм халыҡтың һаулығын яҡшыртыу була. Уҡыу бының менән генә тамамланмай әле: эпидемиолог табип-лаборант — клиник лаборатория диагностикаһы табибына уҡып сыға. Илнур Рәсҡәт улы билдәләүенсә, ниндәйҙер яңы нимәне үҙләштереү кеше тормошонда мөһим роль уйнай. Кеше тәбиғәте буйынса шәхси планда ла, һөнәри өлкәлә лә үҙен үҫтереү һәләтенә эйә, сөнки квалификацияңды күтәреү карьера баҫҡысынан үрләгәндә лә сағылыш таба. Ошо фекерҙә булған йәш белгес диагностика лабораторияһы мөдире вазифаһына тәғәйенләнә. 2021 йылдан ул Мишкә үҙәк район дауаханаһында беренсел медицина- санитар ярҙам бүлеге мөдире булып эшләй.
— Минең төп вазифам — медицина персоналының граждандарға ҡарата этиканы һаҡлауы. Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк, пациенттар яғынан да медицина хеҙмәткәрҙәренә хөрмәт күрһәтелергә тейеш. Коллектив эсендәге атмосфераны ла оноторға ярамай, — тип фекерҙәре менән уртаҡлаша табип.
Профсоюз ойошмаһы рәйесе урынбаҫары булараҡ, поликлиника хеҙмәткәрҙәренең берҙәмлегенә һәм үҙ-ара мөнәсәбәтенә йәмәғәт сараларының да ыңғай тәьҫир итеүен белә. Бигерәк тә был матди торош һәм бәхетһеҙ осраҡтарға ҡағылған көтөлмәгән ғаилә хәлдәрендә асыҡ сағыла. Проблеманы бергәләп хәл итеү һәр саҡ берҙәм фекергә килтерә: хеҙмәттәшкә ярҙам итергә кәрәк, сөнки уның урынында һәр кем ҡалырға мөмкин.
Халыҡта медицина хеҙмәткәре һәр ваҡыт бәйләнештә булырға тейеш, тигән фекер йөрөй. Поликлиника мөдире бының менән килешә:
— Эш теүәл барһын өсөн поликлиника эсендәге хәлдәр менән хәбәрҙар булыу мөһим, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылған ниндәй закондар һәм үҙгәрештәр үҙ көсөнә ингән, ниндәй саралар ойошторорға, — быларҙың барыһын да алдан күҙалларға кәрәк. Барлыҡ ваҡиғалар һәм эштәр араһында, иң мөһиме, һәр нәмәгә тыныс ҡарау, һәр береһе менән ихтирамлы, әҙәпле булыу мөһим. Бөтәһе лә үҙебеҙҙән, донъяға ҡарашыбыҙҙан тора.
Студент йылдарынан һуң эш мәшәҡәттәренә күмелеп, күптәр күңеленә яҡын шөғөлдө ситкә ҡуя. Ләкин Илнур Искәндәров яратҡан уйынын ташламай: ул бәләкәйҙән футбол менән ҡыҙыҡһына. Төбәк ярыштарында район данын яҡлай, студент йылдарында медицина университеты йыйылма командаһы составында уйнай. Бирелә лә тәжрибәле спортсыға фекерҙәштәр табыла: хеҙмәттәштәре араһында футбол менән ҡыҙыҡһыныусылар була. Ҙур булмаған команда ойоштороп, улар физкультура-һауыҡтырыу комплексы залында уйнай. Кәйеф тә күтәрелә, сәләмәтлеккә лә ыңғай йоғонто яһай.
Медицина өлкәһе һөнәрҙәре абруйлы һанала, был эшмәкәрлек вәкилдәренә күп өҫтөнлөктәр бирелә. Һәр эштәге кеүек табип белгеслегенең үҙенең ауырлыҡтары бар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, медицина учреждениеһында алынған белем үҙ һаулығыңды һаҡларға ла ярҙам итә.
Виктория Ишмырҙина.

Атаһы юлынан китеп
Атаһы юлынан китеп
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас