Йола буйынса Һабантуйҙың тантаналы өлөшө ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршылау менән асылды.
Яҙғы-баҫыу эштәрен тамамлау хөрмәтенә асҡындарҙың шатлығын уртаҡлашырға баш ҡалабыҙҙан мәртәбәле ҡунаҡтар килде.
Уларҙы милли кейемдә ҡунаҡсыл ҡыҙҙар ҡымыҙ һәм бауырһаҡ , үлән сәйҙәре менән йырлап-бейеп ҡаршыланы.
Ҡунаҡтар район хакимиәте башлығы Динис Йосопов етәкселегендә байрам биҙәге булған милли ихаталарҙы, тирмәләрҙе һәм рус өйөн ҡарап сыҡты.
Артабан улар төп трибунала урын алды.
Сәхнәлә һәм уның алдындағы майҙанда Ғаилә йылына бағышланған тамашалы, киң күләмле хореографик композиция йәйелдерелде.
Башҡарыусыларҙың моңло тауышы, матур милли кейемдәрҙә бер береһен алмаштырған башҡорт, татар, рус бейеүҙәре һәм йырҙары яңғыраны. Һөҙөмтәлә ғәйәт ҙур мәғәнәгә эйә тарихи бер тамашаға әүерелде һәм барыһына ла һәйбәт кәйеф, ыңғай тәьҫораттар бүләк итеп, ысын байрам мөхите булдырҙы.
Артабан барса халыҡ байрамға йәм өҫтәгән парадты күҙәтте. Тигеҙ сафтарҙа ауыл хужалығы тармағы хеҙмәтсәндәре, барабансылар, Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе ағзалары, йәш армиясылар, шайморатовсылар, “Вымпел” хәрби-патриотик клубы ағзалары, спортсылар, ғаилә юбилейҙарын билдәләүсе парҙар, йәш ғаиләләр, “Айыҡ ауыл – 2023” республика конкурсында еңеүсе ауылдар халҡы һәм ауыл хужалығы техникаһы үтте.
Байрам сиктәрендә интерактив зоналар эшләне.
Һабантуйҙы асып, район хакимиәте башлағы Динис Рәдис улы йыйылыусыларҙы һабан байрамы менән ихлас күңелдән ҡотланы һәм ауыл хеҙмәтсәндәренә намыҫлы, еңел булмаған эштәре, һайлаған һөнәрҙәренә тоғро булыуҙары, тыуған ерҙәрен һөйөүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Уларға рух күтәренкелеге, иртәгәһе көнгә ышаныс һәм яҡшы кәйеф теләне.
Ул ауыл хужалығы предприятиеларына күрһәткән баһалап бөткөһөҙ ярҙамдары өсөн республика Хөкүмәтенә, шулай уҡ Һабантуйҙы үткәреүҙә ярҙам иткәндәрҙең бөтәһенә лә рәхмәт белдерҙе.
Сараны алып барыусылар Һабантуй - 2024 флагын күтәреү өсөн хеҙмәт ҡаҙаныштары менән тыуған ерен данлаған райондың алдынғы хеҙмәтсәндәрен саҡырҙы.
Һабантуй флагы күтәрелде. Динис Рәдис улы байрамды асыҡ тип иғлан итте һәм йыйылыусыларҙы райондың ҡаҙаныштары менән ҡыҫҡаса таныштырҙы. Сәсеү эштәре һәм малдарҙы аҙбарҙарҙа аҫрау осоро, ауылдарҙы төҙөкләндереү һәм уларҙың санитар торошон яҡшыртыу, шишмәләр һәм йылға ярҙарын таҙартыу, ағастар ултыртыу буйынса ҙур эш башҡарылыуы тураһында һөйләне.
Махсус хәрби операция темаһына туҡтап, Динис Рәдис улы яугирҙарға, уларға ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт белдерҙе.
Артабан һүҙ ҡәҙерле ҡунаҡтарға бирелде. Улар ҙа республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән барыһын да яҙғы-баҫыу эштәрен уңышлы тамамлау менән ихлас күңелдән ҡотланы. Ҡайһы бер йомғаҡтар яһаны, республика һәм беҙҙең райондың ҡаҙаныштарын билдәләне, алдынғы хеҙмәтсәндәргә рәхмәт белдерҙе.
Сараның рәсми өлөшө тамамланыуға спорт ярыштары, халыҡ уйындары, балалар Һабантуйы һәм байрам концерты башланды.
Асҡын районының ижади коллективтары сығышы милләттәрҙең татыулығын һәм дуҫлығын күрһәтте. Тамашалы һәм бай концерт программаһы майҙан ҡунаҡтарына яҡшы кәйеф һәм ыңғай тәьҫораттар бүләк итте.
Наилә Имаева.