Журналист һүҙе йәмғиәттә мөһим һәм ихтирамлы урын биләй. Көслө һүҙ кешеләрҙе берләштерә, яҡшылыҡҡа ышаныс уята. Шулай уҡ ул һәләк итеү көсөнә лә эйә. Шуға күрә журналист ҡәләменең осло, әммә объектив булыуы, Ватанға ысын һөйөү яңғырауы, материалдарҙа кеше тормошон яҡшыртыуға ынтылыш булыуы мөһим.
Хеҙмәттәштәребеҙҙе һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлап, уңышлы һәм сифатлы үҫеш, ҡыҙыҡлы темалар, һүнмәҫ ижади дәрт, яңы идеялар һәм уй-фекерҙәр, ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ҡәләмебеҙҙең һәр саҡ үткер, фекеребеҙҙең тос булыуын һәм уҡыусылар менән йылы мөнәсәбәттәрҙең һүрелмәүен теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән “Йәнтөйәк” гәзите мөхәрририәте.