Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
13 Июнь 2024, 10:25

“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”

Солтанайҙар Ямғыр теләү йолаһын  үткәрҙе

“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”
“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”

Башҡорттарҙың был боронғо йолаһы мәжүсилек дине осоронда барлыҡҡа килеп, ислам дине индерелгәс, бер аҙ үҙгәрештәр кисереп, беҙҙең көнгә тиклем килеп еткән.
Ямғыр теләү йолаһының үҙенсәлекле тәртибе һәм мотлаҡ үтәлергә тейешле ҡағиҙәләре бар. Яҙ, йәй ҡоро килгәндә халыҡтың күмәкләп ямғыр теләп Хоҙайға мөрәжәғәт итеүе йоланың төп идеяһы булып тора. Уны үткәргәндә һыу ҡойоношоу, һыу инеү, бутҡа бешереү төп талап булған, аҙбар-ситәндәргә, ихатаға һыу һибелгән, теләктәр әйтелгән.

“Ямғырҡайым, яу, яу!
Майлы бутҡа бирермен,
Тәтәй ҡашыҡ бирермен,
Ямғырҡайым, яу, яу!
Беҙ булайыҡ һау, һау!
Яу иләктән,
Яу силәктән! Яу! Яу!” — тип кисә Солтанай ауылында Ямғыр теләү йолаһын үткәрҙеләр. Сараны ауыл китапханасыһы Лилиә Сәмиғуллина ойошторҙо. Унда балалар, ауылдың әүҙем гүзәл заттары ҡатнашты.

Башта ауыл ағинәйҙәре Фәниә Суфиянова, Рәйсә Сәләхетдинова, Земфира Хәлитова, Зилә Шәйнурова ҡаҙан аҫып, дөгө ярмаһынан тәмле бутҡа бешергән саҡта, Лилиә Мазһар ҡыҙы балалар менән хәрәкәтле уйындар уйнатты.

Тәмле бутҡа әҙер булғас, барыһы ла өҫтәл артына ултырып унан ауыҙ итте, шифалы үләндәр һалып ҡайнатылған самауыр сәйе эсте. Фәниә Әзғәр ҡыҙы ил-көнгә тыныслыҡ, ямғырҙар урынлы ғына яуып, баҫыуҙарҙа игендәр, баҡсаларыбыҙҙа емеш-еләктәр мул уңыш биреүен теләп, доғалар уҡыны.

Артабан иң күңеллеһе башланды: балалар, апайҙар үҙ-ара һыу һибешеп уйнаны, теләге булғандар Сәй күлендә ҡойоноп та сыҡты.

Байрам балаларға бик оҡшаны. Лилиә Мазһар ҡыҙы һәр береһенә татлы күстәнәстәр ҙә таратты. “Ямғыр яумай торһа, был йоланы тағы ла үткәрәйек әле, Лилиә апай!” — тип, ҡәнәғәт булып, рәхәтләнеп ял итеп таралышты малайҙар һәм ҡыҙҙар.

Илһөйәр Махатова.

“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”
“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”
“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”
“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”
“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”
“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”
“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”
“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”
“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”
“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”
“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”
“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”
“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”
“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”
“Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау!”
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас