Йәнтөйәк
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июнь , 18:10

Именлек һәм хәүефһеҙлек - төп талап

Район хакимиәтендә милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр комиссияһының сираттағы ултырышы үтте.

Именлек һәм хәүефһеҙлек  - төп талап
Именлек һәм хәүефһеҙлек - төп талап

 

Районда  халыҡ бер-береһенә толерантлы, милләт-ара, конфессия-ара өлкәһендәге хәл ыңғай баһалана.

Комиссия рәйесе Эльза Әхмәтгәрәева  сығышында төрлө милләт вәкилдәре татыу йәшәгән район биләмәһендә милләттәр татыулығы, дини ойошмалар эшмәкәрлеген яҡтыртты.

Районда ошо йүнәлештә саралар ойошторола, йәштәр менән эш алып барыла, тәжрибә башҡалар өсөн өлгө булырлыҡ.

Комиссия ағзалары һәм саҡырылғандар районда  Ҡорбан байрамына әҙерләнеү һәм уны үткәреү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Беҙҙә дини ойошмалар, конфессиялар араһында аңлашыу теле табылған. Имам-мөхтәсиб Рөстәм хәҙрәт Ғәйзуллин яҡынлашып килгән байрамда ҡорбан салыу тәртибе һәм ветеринария хеҙмәте тарафынан ҡуйылған талаптар тураһында мәғлүмәт бирҙе.  

Ислам календарындағы төп байрамдарҙың береһе Ураҙа ғәйетенән һуң 70 көн үткәс билдәләнә. Быйыл Ҡорбан байрамы 16 июнгә тура килә. Байрам намаҙы Асҡын үҙәк мәсетендә 16 июндә 9.00 сәғәттә үтә.

Район ветеринария станцияһы начальнигы Руслан Ғәлләмов  яҡын төбәктәрҙән республика биләмәһенә ветеринар документһыҙ мал индергән осраҡта, хужалыҡ, шәхси эшҡыуарҙарға яуаплылыҡтың етди икәнлеген иҫкәртте.

Наилә Имаева.

Именлек һәм хәүефһеҙлек  - төп талап
Именлек һәм хәүефһеҙлек - төп талап
Читайте нас: