Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июнь , 10:00

Йондоҙнамә (10 –16 июнь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...   Тулыраҡ сайтыбыҙҙа:

Йондоҙнамә (10 –16 июнь)
Йондоҙнамә (10 –16 июнь)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Ҡәҙимге аҙна. Шишәмбелә башҡаларҙың һүлпәнлеге, эшкинмәгәне эсегеҙҙе бошорор. Әллә ни ҡаты булмаһағыҙ ҙа ярар ине. Был арала аҡса менән бәйле эштәр бигерәк тә һәйбәт барыр.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Шишәмбе-шаршамбыла янығыҙҙағылар менән төрлө бәхәс килеп сығыуы бар. Ҡыйын булһа ла, араларҙы һаҡлап ҡалырға тырышығыҙ. Тап ошо көндәрҙә үҙегеҙ өсөн мөһим булған ниндәйҙер мәсьләне хәл итерһегеҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Осрашыуҙар файҙалы буласаҡ. Үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтерһегеҙ. Кесе йомала аҡса менән һаҡ эш итегеҙ – кәрәкмәгән сығымдар булыуы ихтимал.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Уҡып йөрөгөндәрҙе был арала һиҙелерлек уңыштар көтә. Бәғзеләр рәсми ойошмаларға йомош менән мөрәжәғәт итер. Эшегеҙ уңырға тейеш, тик яуапты оҙаҡ көтөрһөгөҙ, моғайын.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Үткән мәшәҡәттәрҙән һуң үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә лә мөмкиндер. Һеҙгә яғҡын арала алыҫ булмаған берәй сәфәргә барырға кәңәш ителә. Кесе йомала ниндәйҙер хата ебәреүегеҙ мөмкин. Уның менән башҡалар шундуҡ файҙаланыр.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Ижади кешеләрҙе дәртле көндәр көтә. Бәғзеләр яңы илһам сығанағы табып, ҙур эшкә тотонор. Шаршамбыла насар кәйефегеҙҙе еңер өсөн бер аҙ ваҡыт кәрәк буласаҡ. Йомала һирәк осрай торған уңайлы мәл килтерер.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Төп эшегеҙҙәге барыһы ла яҡшы барасаҡ. Шишәмбелә өмөтлө һөйләшеү көтөлә. Унда ишеткән тәҡдимдәргә ризалыҡ бирһәгеҙ, һис тә үкенмәҫһегеҙ, моғайын. Ғаиләлә бәхәс килеп сығыуҙан, үпкәләүҙән һаҡланығыҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Аҙна башынан уҡ һеҙгә бер юлы ике-өс эште башҡарырға тура килер. Бер аҙ арыуығыҙҙы һиҙерһегеҙ. Күптән көткән аҡса килер, уның уйлағандан күберәк булыуы мөмкин. Был арала элек боҙолған араларҙы яңыртыу өсөн форсат сығыр.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Шишәмбелә кемдер һеҙгә үҙенең дәғүәһен белдерер. Әгәр иғтибар итмәһәгеҙ был һүҙҙән ары китмәҫ. Ошо арала ярҙам һораусылар күбәйер, хәлегеҙҙән, сығып эш итегеҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Күпселек ваҡытығыҙҙы таныш эштәр менән шөғөлләнеп үткәрерһегеҙ. Әллә ни иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар көтөлмәй. Йома-шәмбелә ниндәйҙер етди һөйләшеү буласаҡ – уға ныҡлап әҙерләнегеҙ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Шишәмбеләге хәлдәр кәйефегеҙҙе бер аҙ боҙор, моғайын. Уларға төшөнөү өсөн ваҡыт кәрәк булыр. Эске тауышығыҙ һәм тәжрибәгеҙ ярҙам итер. Бер ниндәй хата ебәрмәҫһегеҙ һәм башҡаларға ла ярҙам итерһегеҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Аҙна барышында төп эшегеҙҙә яңы мөмкинлектәр асылыр. Икенсе яҡтан яуаплылығығыҙ ҙа артыр һымаҡ. Кесе йомала күҙегеҙ асылыр – элек күрмәгәнде күрерһегеҙ һәм дөрөҫ йомғаҡ яһарһығыҙ.

ӨМӨТБАЙ.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2024-06-09/yondo-nam-10-16-iyun-3791775

Автор:
Читайте нас: