Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июнь , 15:00

Эш хаҡының минималь күләме күпме буласаҡ?

Был хаҡта Рәсәй Президенты белдерҙе. Уның әйтеүенсә...     

Эш хаҡының минималь күләме күпме буласаҡ?
Эш хаҡының минималь күләме күпме буласаҡ?

Санкт-Петербургта барған Халыҡ-ара иҡтисади форумда Рәсәй Президенты социаль мәсьәләләргә, атап әйткәндә, хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменә темаһына ла ҡағылды.

2025 йылдан Рәсәйҙә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (МРОТ) менән медиан эш хаҡының нисбәте билдәләнәсәк. (Белешмә өсөн: медиан эш хаҡы – бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе ике тигеҙ өлөшкә бүлеүсе дәүмәл. Хеҙмәткәрҙәрҙең яртыһының хеҙмәт хаҡы был сумманан юғарыраҡ, ә икенселәрҙеке – түбәнерәк).

“Киләһе йылдан МРОТ менән медиан хеҙмәт хаҡының нисбәте билдәләнәсәк, уны иҡтисад өлкәһендә эшләгәндәрҙең күпселеге ала”, – тине етәксе.

2025 йылдан МРОТ медиан эш хаҡының 48 процентын тәшкил итәсәк һәм 22 мең һумға етәсәк, аҙаҡ был нисбәт арта барасаҡ. Президенттың әйтеүенсә, 2030 йылға хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 35 мең һумдан да кәм тәшкил итмәйәсәк.

 Фото: ”Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2024-06-09/esh-ha-yny-minial-k-l-me-k-pme-bulasa-3803554?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:
Читайте нас: