Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Июнь , 14:00

Өфөлә 50 градус эҫе булырмы?

Рәсәйҙең ҡайһы бер ҡалаларында быйылғы  йәйҙә экстремаль температура көтөлә, тиҙәр. Баш ҡалабыҙ ҙа ҡыҙған табаға әүерелерме? Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

Өфөлә 50 градус эҫе булырмы?
Өфөлә 50 градус эҫе булырмы?

Планета буйлап «Эль-ниньо» тип аталған тәбиғәт күренеше тиҙ тарала. Йәйгеһен температура кәмендә +35 градусҡа тиклем күтәреләсәк һәм был ғына сик булмаясаҡ. Тотош төбәктәр экстремаль температураға юлығасаҡ. Рәсәй ҙә ҡыҙған табаға әүерелергә мөмкин, тип фаразлайҙар.

«Эль-ниньо» күренеше Латин Америкаһында күҙәтелә. Ә Бразилияның баш ҡалаһында рекорд ҡуйылған, +58,5 градусҡа еткән.  Был Рио-де-Жанейро өсөн һуңғы 10 йылда иң юғары күрһәткес.

Рәсәйҙә лә климат рекорды ҡуйылыуы бик мөмкин

Рәсәйҙәр аномаль температураға көтөлә тигән хәбәр күптәргә тиҙ тәьҫир итте.  Интернет селтәрендә эҫенән нисек ҡотолорға, кондиционерҙарға һәм вентиляторҙарға хаҡтар артамы, йыш  сирләгәндәр  өсөн ниндәй дарыуҙар ҡулланырға кәрәклеге тураһында фекер алыша башланылар. Ысынлап та, бындай эҫелек беҙгә килеп етерме?

«Эль-ниньо» бер нисә йылға бер тапҡыр Тымыҡ океандың экваториаль өлөшөндә һыу температураһының норманан ике-өс градусҡа күтәрелеүенә килтерә. Был атмосфера баҫымында, дымлылыҡта һәм һауа циркуляцияһында үҙгәрештәр тыуҙыра.

Һөҙөмтәлә тәбиғәт үҙен алдан күҙаллап булмай торған итеп тота башлай. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, температура икенсе йыл рәттән күтәрелә.  «Эль-ниньо» былтыр йәй әүҙемләшә  башлағайны.

Ғалимдар, шул иҫәптән Ҡытай фәндәр академияһы белгестәре, быны Scientific Reports абруйлы баҫмаһында раҫлаған: аномаль эҫелек ихтималлығы 50-60 процент тәшкил итә һәм йыл башында ул 90 процент булған.

Метеокүҙәтеүҙәрҙең яҡынса мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙең түбәндәге төбәктәрендә +35 градустан юғарыраҡ эҫелек фаразлана:

Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе;

Санкт-Петербург;

Твернь;

Калуга;

Тула;

Ярославль;

Владимир;

Псков;

Түбәнге Новгород;

Калининград.

Шулай уҡ 50 градустан ашыу экстремаль температура Һамар, Волгоград, Ҡазан, Йошкар-ола, Ялта, Сочи, Краснодар, Пятигорск, Кисловодск ҡалаларында көтөлә. Владикавказ, Магас, Грозный, Махачкала халҡына ла кондиционерҙарын көслө итеп эшләтергә тура киләсәк. Хәбәр ителеүенсә, был ҡалаларҙың бөтәһендә лә  һауа температураһы ғәҙәти күрһәткестәрҙән ете градусҡа юғарыраҡ буласаҡ. Үткән йылда рекордлы температура  Ҡурғанда (+41,2), Екатеринбургта (+40), Өфөлә (+39,4) һәм Новосибирскиҙа (+38) теркәлгәнйне

Әлеге ваҡытта «Эль-ниньо»дың йоғонтоһо Рәсәй биләмәһендә  теркәлмәгән.

  •  



Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-06-05/f-l-50-gradus-e-e-bulyrmy-3799491
Автор:
Читайте нас: