Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Июнь , 09:45

Афарин, Эвилина!

Химия фәненән Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы!

Афарин, Эвилина!
Афарин, Эвилина!

Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Эвилина Ғәләүетдинова химия фәненән Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы! Ул — район мәғариф системаһы тарихында был фәнде 100 балға тапшырыусы тәүге уҡыусы. Эвилинаны һәм уҡытыусыһы Инга Сергеевна Айметованы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Уҡыу йылдарында  Эвилина Ғәләүетдинова үҙен тырыш, әүҙем, белемгә ынтылыусан уҡыусы булараҡ күрһәтте. Төрлө конкурстарҙа еңеп, күп һанлы грамоталар һәм дипломдар менән бүләкләнде. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетының  дауалау факультетына уҡырға инергә теләй.

Хыялдарың тормошҡа ашһын, Эвилина!

Илһөйәр Махатова әҙерләне.

Афарин, Эвилина!
Афарин, Эвилина!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: