Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Июнь , 10:00

Ниндәй малды ҡорбан итеп салырға ярамай?

Бурыс (залог) өсөн алынған малды ҡорбан итеп салырға яраймы? Ҡорбан ашын ҡасан үткәрергә, мотлаҡ көнөндә кәрәкме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар. 

Ниндәй малды ҡорбан итеп салырға ярамай?
Ниндәй малды ҡорбан итеп салырға ярамай?

16 июндә бөтә мосолман донъяһы Ҡорбан байрамын билдәләй. Шөкөр, йылдан-йыл ил-йорттоң, ғаиләһенең именлеген теләп, ҡорбан салдырыусылар арта бара.

Һыйыр, буйвол, дөйә, һарыҡ-кәзә, ҡуй кеүек айыра тояҡлы хайуандар ҡорбан малы була ала. Кәзә-һарыҡ бер кеше өсөн салынһа, һыйыр менән дөйә – етәүгә.

Тағы шуны белеү фарыз: һәр бер мал ҡорбан өсөн яраҡлы түгел.

Түбәндәге мал-тыуарҙы ҡорбан итеп килтерергә ярамай:

  1. Бер йәки ике күҙе булмаған (зәғифләнгән);
  2. Үтә ябыҡ, һөйәктәре беленеп торған;
  3. Хәлһеҙ, ҡорбан итеп салыу урынына үҙаллы атлап бара алмаған;
  4. Елене зыян күргән йәки кипкән һарыҡ-кәзә. Һыйыр һәм дөйә малында ике имсәге булмаған йәки кипкән мал, әммә ул хайуан балаһын үҙе имеҙһә, был етешһеҙлегенә ҡарамайынса, ҡорбан итеп салына ала;
  5. Тешһеҙ хайуан. Әгәр тештәренең күп өлөшө һау булып, ул мал башҡалар ыңғайына туҡланып йәшәй икән, уны ҡорбан итергә мөмкин;
  6. Ҡолағы йәки ҡойроғо ныҡ итеп ҡырҡылған, тыумыштан ҡолаҡ япрағы булмаған хайуан;
  7. Үҙаллы ашай алмаған сирле, ҡотороҡ ауырыулы мал;
  8. Үлеп барған хайуан;
  9. Танауы зыян күргән, ҡырҡылған мал;
  10. Мөгөҙө һынған мал.

Шулай уҡ ваҡытлыса көтөүгә (аманатҡа), бурыс (залог) өсөн алынған мал ҡорбан итеп салынырға тейеш түгел.

Дөйәнең йәше биштән дә кәм булмаҫҡа, ә инде эре малға кәмендә ике йәш булырға тейеш. Һарыҡ менән кәзәнең бер йәш тулғанын һайлайҙар. Мал артыҡ оло ла булмаһын. Уның ите тәмле һәм мохтаждарҙы ҡыуандырырлыҡ булырға тейеш.

Ҡасан ҡорбан ашын үткәрергә, мотлаҡ көнөндә кәрәкме, тип һораусылар күп. Малды байрам ваҡытында салып, шул уҡ көндө итен мохтаждарға таратып биреп, һуңынан үҙегеҙ теләгән көндә аят үткәрергә мөмкин.

("Фазиләт" календарынан). 

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/iman/2024-06-04/nind-y-maldy-orban-itep-salyr-a-yaramay-3797248
Автор:
Читайте нас: