Әрем ҡоротҡостарҙан, бөжәктәрҙән дә һаҡларға ярҙам итә. Ҡайһы бер баҡсасылар әремде кишерҙе уратып, кәбеҫтәнең өҫтөнә һалып сыға, ағас һәм ҡыуаҡ өҫтәренә элеп ҡуя.
Шулай уҡ төнәтмә эшләп тә, ҡоротҡостарҙан зарарланған үҫентеләргә һибеп сығырға кәңәш ителә. Бының өсөн 300 грамм әремгә 5 литр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ ҙа, бер сәғәткә төнәтеп, йәшелсәләргә, сәскәләргә һибегеҙ.
Әрем ҡырмыҫҡаларҙы ла ҡурҡыта. Сысҡандар ҙа әрем күп үҫкән ерҙән ҡаса.
Сәскәлектә лә әрем бик матур күренә. Уның менән бергә лаванда, ҡыңғырау сәскәһен ултыртырға мөмкин.
Фото: Т. АМАНОВ.