Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июнь , 10:00

Йондоҙнамә (3 – 9 июнь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (3 – 9 июнь)
Йондоҙнамә (3 – 9 июнь)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Көндәр өмөтлө килер. Ниндәйҙер күптән кисектереп торған эшегеҙҙе башлап ебәрерһегеҙ. Күптәр уны йәтеш кенә тамамлап та ҡуйыр. Ярҙам итеүселәр ҙә табылыр. Кесе йомала көтөлмәгән аҡса килер.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Был арала кире хәлдәр көтөлмәй. Бәғзеләрҙең ғаиләһендә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булыр. Кемдер шәхси мөнәсәбәттәрен ыңғай яҡҡа үҙгәртер. Үҙегеҙ күрерһегеҙ, киләсәктә улар һеҙҙең өсөн мөһим буласаҡ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Һәр осраҡта ла тыныс булырға тырышығыҙ. Ваҡиғалар йыш ҡына уйламаған йүнәлештән китеүе бар. Бәғзеләрҙең холоҡ-ҡыланышы ла ҡай саҡ оҡшамаҫ, бәлки. Тыныс аҡыл менән генә хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртә алырһығыҙ. Шаршамбыла уҡ үҙгәрештәрҙе тойорһоғоҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Аҙна алдан көткәндән дә яҡшыраҡ үтмәксе. Шишәмбелә кәйефегеҙҙе күтәрерлек яңылыҡ ишетерһегеҙ. Элек әллә ни аралашмаған кешеләр ҙә һеҙгә яҡты йөҙ күрһәтер. Кесе йомала килеп сыҡҡан мәшәҡәттәрҙе еңел генә хәл итерһегеҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Осор барышында әллә ни ҙур эштәрҙе башҡара алмаҫһығыҙ кеүек. Быға етди сәбәптәр ҙә табылыр. Шулай ҙа ваҡытығыҙҙы файҙалы уҙғарырһығыҙ. Фекер төйнәргә лә ваҡыт табырһығыҙ, бер-нисә өмөтлө һөйләшеү ҙә көтөлә.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Шишәмбе һәм шәмбе айырыуса уңышлы үтер. Шаршамбыла килеп сыҡҡан мәшәҡәттәргә һис тә иҫегеҙ китмәҫ – ундайҙарға күптән өйрәнгәнһегеҙҙер, моғайын. Бик күптән күрмәгән кешенән хәбәр килер.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Бөтә эштә лә уңыр өсөн һирәк осрай торған мөмкинлектәр килеп сығыр. Ярҙам да кәрәкмәҫ, үҙегеҙ генә барыһын да булдырырһығыҙ. Шаршамбыла бик файҙалы аралашыу көтөлә. Үҙегеҙгә кәрәкле күп нәмәне ишетерһегеҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Аҙна файҙалы уҙырға оҡшай. Бәғзеләр ниндәйҙер мөһим эшкә тотоноу өсөн әҙерлекте тамамлар. Һуңғы ваҡытта борсоп торған мәсьәлә буйынса ыңғай хәбәр килер. Үҙ хәлегеҙгә ҡарата иғтибарлы булығыҙ, элекке сирҙәрегеҙ үҙҙәре хаҡында белдерер, бәлки.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Шишәмбелә үк бер аҙ борсолорға тура килер һымаҡ. Был көндөң кире хәлдәр, икеле яңылыҡтар килтереүе лә ихтимал. Һәр саҡта ла быға тыныс ҡарарға тырышығыҙ, сөнки әлегә һеҙгә бер ни ҙә янамай.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Матди хәлегеҙ тотороҡло күренә. Шаршамбыла көтөлмәгән килем алыуығыҙ бар. Кесе йомалағы ваҡиғаларҙы ысынбарлыҡтан сығып баһалағыҙ. Йондоҙҙар мотлаҡ дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итер.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Аҙна башында һеҙҙән тәүәкәллек талап ителә. Йондоҙҙар булышлығы арҡаһында күптән туҡтап торған эшегеҙҙе урынынан ҡуҙғатырһығыҙ. Шишәмбе-шаршамбыла уңайлы мәлдәр осрар. Зирәк булһағыҙ, уларҙан үҙегеҙгә файҙа сығарһығыҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Көндәр һәйбәт килер, бәғзеләр ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә арыу ғына ярҙам итер, моғайын. Кемдер ниндәйҙер мөһим мәсьәләне сисеү юлын табыр. Йомалағы осрашыу ике яҡ өсөн дә ҡыуаныслы булыр.

ӨМӨТБАЙ.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2024-06-02/yondo-nam-3-9-iyun-3791765

Автор:
Читайте нас: