Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июнь , 12:00

Куркуманың файҙаһын бел!

Был эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәренән, инфаркттан, инсульттан һаҡлай. Шулай уҡ... Тулыһынса сайтыбыҙҙа уҡығыҙ:

Куркуманың файҙаһын бел!
Куркуманың файҙаһын бел!

Куркуманың файҙаһы тураһында күптәр ишеткәне барҙыр.

Бөгөн һеҙгә был тәмләткесте файҙаланып әҙерләнгән шифалы эсемлек рецебы тәҡдим итмәксебеҙ. Уны даими рәүештә ҡулланыу онкология сирҙәренән, инфаркттан, инсульттан һаҡлай. Бынан тыш, эсә башлау менән көсөгөҙ артыуын, хәл инеүен тойорһоғоҙ.

Ул түбәндәгесә әҙерләнә: бер стакан ҡайнар һыуға 1/4 балғалаҡ куркума һалып, бер-ике минут тоторға һәм бер балғалаҡ лайм (лимон булһа ла ярай) һуты, бер балғалаҡ шәкәр өҫтәп бутарға. Файҙалы үҙенсәлеген көсәйтеү өсөн бер аҙ киптерелгән имбир тамыры ла өҫтәргә мөмкин.

Һөт ҡушып та әҙерләргә була. Бының өсөн бер стакан йылы һөткә 1/4 балғалаҡ куркума һалып, 5 минут тоторға, һуңынан бер балғалаҡ бал өҫтәп болғарға.

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2024-06-01/kurkumany-fay-a-yn-bel-3794233?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:
Читайте нас: