Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июнь , 11:00

“Василиса”лар — Мишкәлә

Ҡариҙелдең оло быуын гүзәл заттары әүҙем тормош менән йәшәй

“Василиса”лар — Мишкәлә
“Василиса”лар — Мишкәлә

Ҡариҙел ауылында бик күп йылдар “Василиса” ҡатын-ҡыҙҙар һауыҡтырыу клубы эшләп килә. Унда йөрөүсе гүзәл заттар сәләмәтлектәрен нығытыу менән шөғөлләнә. Бынан тыш улар мөмкинлек сыҡҡанда оло быуын кешеләре өсөн үткәрелгән республика акцияларында ҡатнаша, башҡа райондарҙа йәшәгән йәштәштәре менән аралаша. “Василиса”ларҙың Мишкә районына барыуы тураһында клуб етәксеһе Дамира Иванова һөйләй.
— Дамира Шакир ҡыҙы, “Василиса” клубы ағзаларының Мишкә ауылына спорт-күңел асыу программаһы менән барыуы тураһында беләбеҙ. Был һеҙҙең күрше районға тәүге сәйәхәтегеҙ булдымы?
— Юҡ, беренсе тапҡыр Мишкәлә 2014 йылда булдыҡ. Ул саҡта район Мәҙәниәт йортонда “Әйҙәгеҙ, “Василиса”лар!” программаһы менән сығыш яһаныҡ. Мишкә тамашасылары беҙҙең башҡарыуҙа бейеү-спорт композициялары, тамаша-миниатюралар ҡараны, шиғырҙар тыңланы. Ул ваҡытта беҙгә Ҡариҙелдән талантлы ғаилә — Зилә һәм Фәнзәл Ҡотдосовтар ҙур ярҙам күрһәтеп, сараны йыр-моңдары менән биҙәне.
Артабан мишкәләр менән бәйләнештә торһаҡ та, икенсе тапҡыр барыуыбыҙ өс йылдан һуң ғына булды. Беҙ унда һауыҡтырыу клубының 20 йыллығын билдәләнек. Беҙҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Лариса Геннадиевна Александрова йылы ҡаршы алды. Ул унда тамашасы ғына булманы, ә беҙ үткәргән “Күңелле ярыштар”ҙа ла ҡатнашты. Старт алдынан зарядкаға бөтәһен дә баҫтырып, шәфҡәт туташыбыҙ Эльвира Сираева күрһәткән күнекмәләрҙе барыһы менән бергә эшләне.
Шул сарала жюри ағзаһы булып Мишкә район ветерандар советы рәйесе Юлиә Григорьевна Балахнина ҡатнашты. Беҙ уның менән уртаҡ тел табып, әлеге көнгә тиклем аралашабыҙ.
Сара бик күңелле үтте һәм барыһы ла — тамашасылар ҙа, ҡатнашыусылар ҙа, беҙ ҙә ҡәнәғәт ҡалдыҡ.
— Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Мишкәлә лә Оло быуын вәкилдәре аралашыу үҙәге асылды шикелле...
— Эйе, дөрөҫ. 2022 йылда булды ул, һәм беҙҙе уның ниндәй ойошма, хаҡлы ялдағылар менән ниндәй йүнәлештә эшләүе бик ҡыҙыҡһындырҙы. Мин Лариса Геннадиевнаға шылтыраттым һәм ул ойошма тураһында ентекләп һөйләне һәм үҙәкте килеп күрергә, ауыл буйынса экскурсияла йөрөргә саҡырҙы.
Шулай итеп, беҙ тағы ла Мишкәгә юл тоттоҡ, Юлиә Григорьевна беҙгә бөтә иҫтәлекле урындарҙы күрһәтте. Урындағы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында, “Триумф” физкультура-һауыҡтырыу комплексында булдыҡ. Музей уларҙың, ысынлап та, һоҡланғыс. Уның тураһында һөйләп бөтөрөп булмай, барып күрергә кәрәк уны. Ә ФОК-та мөмкинлектән файҙаланып, бассейнда ваҡытты күңелле үткәрҙек.
Экскурсия аҙағында беҙ мишкәләр менән Халыҡ-ара сәләмәтлек көнөн “Күңелле ярыштар” форматында бергә үткәрергә ҡарар иттек. Һәм 2023 йылдың 8 апрелендә уйыбыҙ тормошҡа ашты — өлкән быуындың әүҙем гүзәл заттары менән тематик сара үткәрҙек. Аҙаҡта барыбыҙ ҙа бергәләп баян көйөнә билдәле мари бейеүен башҡарҙыҡ. Әлбиттә, был юлы ла “Триумф” физкультура-һауыҡтырыу комплексы бассейнында рәхәтләнеп һыу индек.
— “Василиса” клубы ағзаларына Мишкәгә барыу нәмәһе менән оҡшай?
— Беренсенән, беҙ йәштәштәребеҙ менән унда шәмбе көндө, эш көнө булмаған ваҡытта осраша алабыҙ. Сөнки күп кенә хаҡлы ялдағылар хәҙерге заманда эшләй һәм әүҙем йәшәү рәүеше алып бара. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Лариса Геннадиевна ла ялда беҙҙең менән ваҡытын файҙалы үткәрә ала. Икенсенән, мишкәләр беҙҙе һәр ваҡыт ихлас ҡаршы ала — командалары йыйылған, үҙҙәренең спорт кейеме лә бар, девиз, речевка, йырҙары ятланған. Спорт ярыштары үткәреү өсөн бөтә нәмәләре әҙер. Шуға күрә Мишкәгә барыу беҙгә һәр ваҡыт оҡшай.
— Башҡа күрше райондарға барыр инегеҙме?
— Әлбиттә. Саҡырһалар, беҙ әүҙем, сәләмәт йәшәү рәүешен алға алған оло быуын кешеләре менән танышырға һәр саҡ әҙер.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Лилиә Бәҙретдинова.

 

“Василиса”лар — Мишкәлә
“Василиса”лар — Мишкәлә
“Василиса”лар — Мишкәлә
Автор:
Читайте нас: