Ҡайһы ваҡыт физик мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе һау-сәләмәт булғандарға өлгө итеп ҡуйырға була. Сәләмәтлеге ҡаҡшаған килеш ғаиләһенә таяныс булыусы, үҙен кәрәкле итеп тойоп, башҡаларға ярҙам итеп йәшәүсе кешеләр күп. Шуларҙың береһе — Борай урындағы район-ара һуҡырҙар йәмғиәтен етәкләгән Мадис Фәрхетдинов.
Мадис Хәмит улы 48 йыл күҙ ауырыуҙары булған кешеләрҙән тупланған йәмғиәтте етәкләй. Ул биш — Борай, Асҡын, Тәтешле, Ҡариҙел һәм Балтас райондарын берләштерә. Был райондарҙа күҙ ауырыуҙары менән бәйле инвалидтар һаны 400 кешенән артып киткән. Ойошма үҙенең ағзаларына төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Мадис Хәмит улы уларҙың проблемаларын, эске халәтен яҡшы белә.
Мадис ағай 1953 йылда Борай ауылында тыуған. 1-се урта мәктәптә уҡый, ләкин 1966 йылда күреү һәләте насарайыу сәбәпле, Өфөгә 28-се мәктәп-интернатҡа күсерелә һәм уны уңышлы тамамлай. Ул айырыуса математика фәнен ярата. Артабан белемен Бөрө дәүләт педагогия институтында камиллаштыра һәм уҡыу йортоноң өс курсын тамамлай. Мәктәп-интернатта класс старостаһы, һуҡырҙар йәмғиәтенең беренсел ойошмаһы рәйесе, һуңғы дүрт йылда комсорг була.
Спортҡа ла ҙур иғтибар бирә Мадис Хәмит улы. Шахмат буйынса республика һәм төбәк ярыштарының күп тапҡыр призеры була. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре” һәм “Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре” исемдәренә эйә, “Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең отличнигы” билдәһе, Үҙәк һәм Башҡортостан Юғары Советының күп кенә Почет грамоталары менән бүләкләнә.
Шахматтан бөгөн дә һис айырылырға уйламай ул. Район, төбәк ярыштарында даими сығыш яһай һәм һәр саҡ призлы урындар яулай. Шахмат менән ныҡлап шөғөлләнә башлағанына 40 йылдан артыҡ ваҡыт уҙған.
Мадис Хәмит улының тимераяҡта йөрөүе лә һоҡландыра. Ул һалҡын һыу менән дә ҡойона. Беҙҙҙең көндәрҙә сәләмәт кешеләрҙең барыһы ла спорт менән шөғөлләнмәй, ә бигерәк тә һалҡын һыу менән ҡойоноуҙы белмәйҙәр ҙә, шуға күрә Мадис ағай ҡыйыулыҡ һәм ныҡлыҡ өлгөһө булып тора.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Мадис Фәрхетдинов 1974 йылда Борай ауылының 20-се янғын һүндереү бүлегендә башлай. Ике йыл унда ҡарауыл начальнигы булып эшләй. 1976 йылдың 1 июненән хәҙерге ваҡытҡа ҡәҙәр Мадис Хәмит улы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Борайҙағы ойошмаһы рәйесе. Ул балалар учреждениелары менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә. Айырыуса күреү һәләттәре насар булған сабыйҙар иғтибар үҙәгендә. Ойошма етәксеһенең төп вазифаһынан тыш 2001 йылдан 2009 йылға ҡәҙәр ул Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер-уҡытыусы булып эшләй, ә 2009-2011 йылдарҙа Борай ауылының 1-се балалар баҡсаһында шул уҡ ваҡытта шахмат түңәрәге лә алып бара. 1991 һәм 2011 йылдарҙа ул Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте съезы делегаты итеп һайлана.
Ғаиләһендә лә өлгөлө ир кеше Мадис Фәрхетдинов. Тормош иптәше менән 45 йылдан артыҡ бергә ғүмер итәләр. Өс балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына баҫтырғандар.
Мадис Хәмит улы — йыр-моңға ғашиҡ кеше. Матур итеп гармунын тартып, йырлап ебәрһә — барыһы ла таң ҡала. Районыбыҙҙа бер генә сара ла унан башҡа уҙмай. Төрлө фестиваль-конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Күптән түгел генә инклюзив ижади лаборатория эше сиктәрендә Өфөнөң “Атайсал” мәҙәни үҙәгендә Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә бағышланған республика вокаль сәнғәт фестивалендә Борай районы данын яҡлап, өсөнсө урынға сыға.
“Күҙҙәрем бик күреп бөтөрмәһә лә киләсәккә пландарым сикләнмәгән. Йәнәшәмдә изге күңелле, минең эске донъяны аңлаусы кешеләр булғанда йәшәү ҙә рәхәт. Тормошто яратып йәшәйем. Шуның менән бәхетле мин”, — тине хушлашҡанда Мадис ағай Фәрхетдинов.
Лира ЮРАСОВА.