Быйыл ҡунаҡтарға бөтә Рәсәйҙән йыйылған 20-нән ашыу тарихи клубты һәм уларҙың һәр төрлө дәүергә тәғәйенләнгән махсус реконструкцияһын күреү бәхете тейҙе.
Фестивалдең һәр көнө төрлө сараларға бай булды. Беренсе көндә асыу тантанаһы, һөнәрселәр йәрминкәһе, мәғариф күргәҙмәләре, боронғо халыҡ кәсептәре, уйындар һәм күңел асыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, “Славян дружинаһы ғәйрәтлелеге”, “XVII быуат. Ватан сигендә. Икенсе бүлек” тарихи реконструкциялары, «Балтика буйы. 1944. Урындағы әһәмиәттәге алыш» хәрби-тактик уйыны тәҡдим ителде. Ҡунаҡтар ойошторолған һуғыш алыштарын, хәрби техниканы, һөнәрселәрҙең күргәҙмәләрен һәм боронғо кәсептәрҙе күҙәтеп кенә ҡалманы, хатта реквизиттарға ла ҡағыла алды. Әйткәндәй, һәр костюмды билдәле бер дәүерҙең көнкүреше тураһында һөйләгән күсмә энциклопедия, тип атарға ла мөмкин. Фестивалдең беренсе көнө билдәле музыкаль төркөмдәр ҡатнашлығындағы «Мушкет һәм волынка» фолк-рок концерты менән тамамланды.
Икенсе көн дә бик мауыҡтырғыс программа менән һуғарылды. Юғары уҡыу йорто һәм колледж студенттары “Боронғо заман геройҙары тураһында” тип аталған бай эстәлекле концерт тәҡдим итте. Бигерәк тә ҡунаҡтарҙы “XVII быуат. Ватан сигендә. Икенсе бүлек”, “Рәсәйҙе ҡотҡарыусылар — Европаны азат итеүселәр. Александр I дәүерендәге Рәсәй армияһы” һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Урал ирекле танк корпусы яугирҙары — яҡташтары иҫтәлегенә арналған “1944 — алыштар һәм геройҙар дәүере” тарихи реконструкциялары ҡыҙыҡһындырҙы.
Күркәм, йөкмәткеле майҙансыҡтар ҡунаҡтарҙы үҙ дәүеренә тулыһынса сумдырып торҙо. Шундай сағыу майҙансыҡтарҙың береһе – “Башҡорт йәйләүе” булды. Бында конструкторҙар ҡунаҡтарҙы яғымлы ҡаршылап, башҡорттарҙың көнкүреше, тарихы һәм мәҙәниәте хаҡында ентекләп таныштырҙы. Майҙансыҡта “Мәргән уҡсы” хәрәкәте уҡсылары, башҡорт халыҡ кейеменең оҫта-реконструкторҙары һәм “Янғантау” паркы партнерҙары эшләне. Фестивалдең икенсе көнөндә, ниһайәт, башҡорт хәрбиҙәрен тергеҙгән белгестәр “Сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы уҡсылар” һәм “Наполеон һуғыштары” алыштарында ҡатнашты.
Был фестивалдән Бөрөлә уҡыған студенттар ҙа ситтә ҡалманы. Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы, Бөрө медицина-фармацевтика колледжы, Бөрө кооператив техникумы үҙҙәренең майҙансыҡтарын әҙерләне.
Ошо тарихи реконструкция барышында студенттар өсөн Ғаилә йылына арналған тыуған яҡтың тарихы һәм мәҙәниәте буйынса конкурс та ойошторолғайны. Быйыл уҡыу йорттары араһынан был күләмле проектта тәүге тапҡыр Бөрө медицина-фармацевтика колледжы ла ҡатнашты. Бында үҫемлектәрҙең шифалы үҙенсәлектәре, нескәлектәре тураһында белеүселәр йыйылғайны. Яҡында “Ысын земство дарыуханаһы” майҙансығы ла ойошторолдо. Боронғо дарыуханалар хәҙергеһенән ныҡ айырылғанын ҡиммәтле экспонаттар иҫбатлап торҙо. “Фитотерапия” майҙансығында ҡунаҡтар өсөн тәмле, ә иң мөһиме, файҙалы фитосәйҙәр әҙерләнде.
ӨФһТУ-ның Бөрө филиалының һәр факультеты һәм колледжы үҙенсәлекле майҙансыҡтар әҙерләне. Филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеты башҡорт совет яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романынан өҙөк сәхнәләштерҙе. Ҙур тирмәлә XX быуат башындағы башҡорт байының көнкүреше тергеҙелде. Ныязғол бай тирмәһендә ҡунаҡтар хуш еҫле мәтрүшкә сәйе, ҡымыҙ, бал, ҡоймаҡтар менән һыйланды.
Социаль-гуманитар факультеты үҙ майҙансығында тарих һөйөүселәрҙе лә, психология менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы ла йәлеп итте. Факультет Бөйөк Ватан һуғышы осорона ҡараған артефактар күргәҙмәһен, шулай уҡ психологик ярҙам итеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре әҙерләне.
Биология һәм химия факультеты традицион рәүештә тәбиғи материалдарҙан эшләнгән әйберҙәр, экологик тикшеренеүҙәр өсөн аналитик приборҙар, силомерҙар һәм башҡа күп экспонаттар күрһәтте.
Педагогика факультеты спорт ярыштары өсөн традицион майҙансыҡтан тыш, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, тактик носилкалар һәм маскировка селтәрҙәре эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Инженер-технология факультеты, ғәҙәттәгесә, тимерселекте лә, балта оҫталығын да, балсыҡ эшен дә бик яҡшы белгән студенттарҙан ғибәрәт. Улар ҡунаҡтарға ошо боронғо кәсептәрҙе күрһәтеп кенә ҡалманы, ә улар менән эш итергә лә өйрәтте.
Физика-математика факультеты тәбиғи фәндәр уҡытыуҙа ҡулланылған яңы технологиялар тураһында мәғлүмәт биргән экспозиция тәҡдим итте. Шулай уҡ, килеүселәр ҡыҙыҡлы физика донъяһына сумды. Ҡунаҡтар электрофор машинаһында йәшен барлыҡҡа килеүен, Комовский насосы ярҙамында вакуум эшләүҙе, һыуҙан ҡоро тәңкә сығарыуҙы, быяла шешәгә атмосфера баҫымы тәьҫирендә бешкән йомортҡаны батырып ҡуйыуҙы, стаканда йәйғор яһауҙы һәм башҡа тәжрибәләрҙе күҙәтте.
Колледж майҙансығы ла ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡлы күргәҙмәләре менән йәлеп итте. Ҡунаҡтар полиция һөнәре атрибуттары менән фотоға төштө. Шулай уҡ, Калашников автоматын йыйып-һүтеү мөмкинлеге лә булды.
2024 йылғы “Ваҡыт йылғаһы” фестивале барыһы өсөн дә бик мауыҡтырғыс булды. Был сара ата-бабаларыбыҙҙың тарихи мираҫын тергеҙеү, хөрмәт итеү һәм һаҡлау мөһимлеген күрһәтте. Фестиваль төбәктә мәҙәни-тарихи туризмды үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерер, тип ышанабыҙ.
Илшат Ҡазыханов.