Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
27 Май 2024, 04:43

Яратҡан һөнәренә тоғро

Венера Әхмәтйәнова 35 йыл ғүмерен китапханасы эшенә бағышлай

Яратҡан һөнәренә тоғроЯратҡан һөнәренә тоғро
Яратҡан һөнәренә тоғро

Башҡарған эшең күңелеңә яҡын булып, һәр саҡ ыңғай тойғолар уятырға тейештер ул. Һөнәреңде ихлас яратып, ҡәнәғәтлек кисергәндә генә тейешле ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеп була. Был фекер менән Татарбай ауылынан Венера Әхмәтйәнова ла килешә. Ул — үҙ эшенең оҫтаһы, китапханасы булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт һала.

Венера Әхнәф ҡыҙы 1989 йылдан башлап бына 35 йыл инде Татарбай ауыл китапханаһында баш китапханасы булып эшләй. Хәҙер был һөнәр ауыл ерендә бөтә йәмәғәт эшмәкәрлеген үҙ эсенә ала. Уйлап ҡараһаң, һуңғы йылдарҙа китапханасы иңенә күпме яуаплылыҡ һалына: йәштәр, балалар һәм өлкән быуын вәкилдәре менән танып-белеү эше ойоштороу, төрлө саралар, байрамдар, тематик әңгәмәләр үткәреү. Шул уҡ ваҡытта халыҡҡа ыңғай хис-тойғолар ғына еткерергә, кешеләр менән асыҡ булырға, барлыҡ йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнашырға кәрәк. Венера Әхнәф ҡыҙына был сифаттарҙың барыһы ла хас. Үткән айҙа ул күркәм юбилейын — 55 йәшен билдәләне. Ул бар ғүмерен йәнтөйәгенә хеҙмәт итеүгә бағышлай һәм әле лә Татарбай һәм яҡын ауылдар — Тирәкәй, Яңы Ҡарас, Иҫке Атнағол, Мәүлит үҫешенә үҙ өлөшөн индереүҙе дауам итә.
Ишле ғаиләлә үҫкән Венера Әхмәтйәнова балалар менән эшләү, балалар араһында булыу тигәнде ишетеп кенә белмәй. Шуға ла урындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләү уға еңел бирелә, бәләкәстәр менән тиҙ уртаҡ тел таба. Артабан ул ауыл клубына художество етәксеһе булып килә.
20 йыл буйына мин “Аҡ ҡалфаҡ” фольклор ансамбленә етәкселек иттем. Коллективта 11 кеше — йәштәр ҙә, ололар ҙа бар ине. Беҙ йырҙар, бейеүҙәр өйрәндек, спектаклдәр ҡуя инек. Район Мәҙәниәт йортонда сығыш яһаныҡ, сәнғәт смотрҙарында, конкурстарҙа ҡатнаштыҡ, — тип Венера Әхнәф ҡыҙы ул йылдарҙы айырыуса йылылыҡ менән иҫкә алып.
Мәҡәләм геройының тормош иптәше Илһам Әҙһәм улы ла йәмәғәт эше менән яҡшы таныш. Ул да сығышы менән Татарбай ауылынан. Әхмәтйәновтар ғаиләһе бер нисә йыл ауыл клубында бергә эшләй.
Илһам баянда уйнай, мин йырлайым! — тип йылмая Венера Әхнәф ҡыҙы. — Ул баянсы, гармунсы. Уның уйнауынан башҡа ауылда бер туй ҙа үтмәне. Бер ваҡыт ҡыҙыҡ өсөн һанаған — 36 туйҙа уйнаным, ти.
Хәҙер Илһам Әҙһәм улы һөнәре буйынса эшләүен дауам итә, механик-инженер ул. Эше тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, йәмәғәт эшендә лә ҡатнаша. Һәр йыл Әхмәтйәновтар ауылда өмәләр ойоштора, бигерәк тә зыярат һәм мәҙәни урындарға айырыуса иғтибар бирәләр.
Был талантлы һәм әүҙем ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә, өй төҙөп сығалар, хужалыҡтары ҙур: ҡош-ҡорт, һарыҡтар, мөгөҙлө эре мал ҡарайҙар. Венера Әхнәф ҡыҙы уңған хужабикә лә. Милли аштарға өҫтөнлөк бирә ул, телеңде йоторлоҡ итеп бешергән бишбармағы ғына ни тора! Ә сәк-сәкте туйҙарға, байрамдарға бешертеп алалар.
Әхмәтйәновтар өс ейәнсәр һәм ейәнгә хәстәрлекле өләсәй һәм олатай ҙа. Ейәндәр тыуыуы улар тормошона тағы ла мәғәнә һәм йәм өҫтәгән. Ике ҡыҙҙары һәм ике улдары ата-әсәһенә һәр яҡлап ярҙам итә.
Беҙ тормош иптәшем менән 35 йыл татыу ғүмер иттек. Балаларыбыҙ, аллаға шөкөр, аҡыллы булып үҫте. Ейәндәр бүләк иткәндәре өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ уларға, — ти бәхетле әсәй һәм өләсәй.
Венера Әхнәф ҡыҙының китапханасы һәм художество етәксеһе булараҡ уңыштары байтаҡ. Ул фиҙаҡәр хеҙмәте һәм башҡарған эшенә ижади ҡарағаны өсөн Почет грамоталары, татар телен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Бөтә донъя татарҙар конгресының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. “Уйна, гармун!” байрамын да Венера Әхнәф ҡыҙы юғары дәрәжәлә үткәрҙе. Унда район буйынса оҫта гармунсылар йыйылып һәләттәрен күрһәтте. Был тырышлығы өсөн диплом менән бүләкләнде.
Етәксе һәм ойоштороусы вазифаһы мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һәм күп ваҡыт талап итә. Венера Әхнәф ҡыҙы кешеләрҙе берләштерә, ойоштора белә, кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба. Был сифат бигерәк тә китаптар, гәзит-журналдар уҡырға яратҡан оло быуын һәм мөмкинлектәре сикле кешеләр менән аралашҡанда мөһим.
Күсмә китапхана тураһында күптәр ишеткәне лә юҡтыр әле. Был да хәҙерге китапханасылар эшенә инә икән. Әҙәбиәтте һайларға уңайлыраҡ булһын өсөн Татарбай фельдшер-акушерлыҡ пунктында китаптар биреү урыны булдырылған. Медицина учреждениеһы бирелә күптән түгел барлыҡҡа килде. ФАП-ты асыу хөрмәтенә үткәрелгән сарала Илһам Әҙһәм улының өлөшө ҙур. Халыҡ сәләмәтлеге өсөн ауылда шәфҡәт туташы Зилиә Зиннур ҡыҙы Хәйҙәрова яуаплы. Ул да китапхана эшен әүҙемләштереүҙә ҡатнаша. Венера Әхнәф ҡыҙы сәләмәтлек тураһында әңгәмәләр үткәрергә булышҡаны һәм махсус хәрби операциялағы яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштороуҙа ҡатнашҡаны өсөн рәхмәтле уға. Аҙыҡ-түлек, йылы әйберҙәр, дарыуҙар һалынған 20 тартма ебәрәләр. Яугирҙарҙың ата-әсәләре, ҡатындары һәм балалары ла иғтибарһыҙ ҡалынмай ауылда. Венера Әхнәф ҡыҙы уларҙы байрам сараларына саҡыра. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, үҙе әсәй кеше булараҡ та, ул фронтта булған ир-егеттәрҙең именлеге өсөн ысын йөрәктән көйә. Шуға ла барыһына ла тыныс күк йөҙө, ныҡлы һаулыҡ теләй, ғаиләңде һаҡларға, балаларың менән ғорурланырға һәм бер ҡасан да йәмәғәт эшенән ситтә ҡалмаҫҡа саҡыра.
Венера Әхмәт ҡыҙы һөнәренән дә, ғаиләһенән дә илһам һәм көс алып йәшәй.Тормош иптәше Илһам Әҙһәм улы, балалары Илнур, Эльвина, Ләйсән, Илсур, килендәре Рәмилә, кейәүҙәре Вадим, Сергей, ейәндәре Альбина, Сафина, Анна, Тимур ҙа ҡәҙерле кешеләре өсөн йән атып тора.
Беҙ һәр ваҡыт әсәйебеҙ менән ғорурланабыҙ, уны ихлас йөрәктән яратабыҙ һәм ихтирам итәбеҙ. Ул — үҙ эшенең оҫтаһы, көслө рухлы, ауырлыҡтар алдында баш эймәй торған кеше. Ауылдаштарыбыҙ ҙа уны ихтирам итә, уның хеҙмәтен юғары баһалай, — тип балалары Венера Әхнәф ҡыҙына йылы хис-тойғоларын еткерә.

Виктория Ишмырҙина.

 

Яратҡан һөнәренә тоғро
Яратҡан һөнәренә тоғро
Автор:
Читайте нас