Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
23 Май 2024, 09:16

25 йәшкә тиклем бала тапһаң...

Бәлки, аҡса түләрҙәр. РФ Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаты бөгөн яңы закон проектын тәҡдим итергә йыйына. Документта 25 йәшкә тиклем әсә булыусыларға аҡсалата түләү индереү тураһында яҙылған.

ЛДПР фракцияһы (етәксеһе - Леонид Слуцкий) йәш әсәләргә бер тапҡыр 200 мең һум түләргә тәҡдим итә. Йәғни, 25 йәшкә тиклем нисә бала табаһың, барыһы өсөн дә түләйәсәктәр.

Авторҙар бала табыу йәшенең "ҡартайыуына" борсола. Тәүге балаһын ҡатын-ҡыҙҙар 30 йәшкә генә тыуҙыра. Сөнки уларҙы матди проблемалар өркөтә, ти ЛДПР-ҙар. Шуға 25 йәшкәсә үк бала тапһындар өсөн дәртләндереү аҡсалары түләргә кәрәк, тиҙәр.

Иғтибар! Был әле закон проекты ғына. Уны Дәүләт Думаһында ҡабул итерҙәрме, юҡмы - билдәһеҙ.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Автор:
Читайте нас