Айгөл Мишкә районының күркәм тәбиғәтле Оло Шаҙы ауылында Лилиә һәм Рөстәм Фәрхетдиновтарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫә. Ата-әсәйҙән килгән зирәклек, тырышлыҡ ҡыҙға уҡыуҙа ла ярҙам итә. Бала саҡтан уҡ уҡытыусы булыу хыялы уны Бөрө педагогия институтына филология факультетының рус һәм башҡорт бүлегенә алып килә. Уҡыуҙы уңышлы тамамлау менән Мишкә районы Иштыбай урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.
2013 йылда буласаҡ тормош иптәше, аҡыллы һәм уңған Илдар Айрат улы Мәхмүтйәновты осрата. Йәштәр ғаилә ҡороп, матур итеп йәшәй башлай. Илдар Айрат улы Себер яҡтарында вахта ысулы менән эшләй. Килендәрен Илдарҙың ата-әсәһе лә бик йылы ҡабул итеп, дуҫ-татыу йәшәйҙәр. Айрат Рәшит улы әлеге ваҡытта хаҡлы ялда, ә Илүзә Рәфис ҡыҙы балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй. “Мине үҙ ҡыҙҙары кеүек ҡабул иттеләр, бик йылы мөнәсәбәттәбеҙ, ирем эштә саҡта һәр ваҡыт ярҙам итеп кенә торалар, балаларҙы түңәрәктәргә йөрөтөргәме, мәктәпкә алып барырға булһынмы, гел бергәбеҙ”, – ти Айгөл.
Бөгөн йәш ғаилә ике бала үҫтерә. Ҡыҙҙары Регина Бөрө ҡалаһының 9-сы мәктәбендә 3-сө класта белем ала. Улдары Илназ быйыл 1-се класҡа уҡырға бара. Мәхмүтйәновтар ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәй, ялдарын да бергәләп үткәрергә тырыша. Балалар ата-әсәләренән өлгө алыуын иҫәпкә алып, олатай-өләсәйҙәрҙе хөрмәт итергә өйрәтәләр, хеҙмәт тәрбиәһе бирергә тырышалар. Туған телдәрен белеп үҫһендәр өсөн ғаиләлә үҙ телдәрендә аралашалар.
Декрет ялынан һуң Айгөл үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарай. Күп функциялы үҙәктә лә, балалар баҡсаһында ла, хәрби комиссариатта ла эшләп ала. Тик күңеленә яҡын булған мәктәп, үҙ һөнәре өҫтөнлөк итә. Әлеге ваҡытта Бөрө ҡалаһының 7-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. “Эшемде бик яратам, кинәнес алам. Тормошомдо балаларҙың балҡып янған ҡараштарынан, уларҙың күп һанлы төрлө һорауҙарынан, тырышлыҡтарынан башҡа күҙ алдыма ла килтерә алмайым”, – ти йәш педагог.
Үҙ бәхеттәрен табып матур ғаилә ҡорған йәштәргә яҡты киләсәк теләйбеҙ.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.