Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Общие статьи
9 Май 2024, 05:00

Япон һуғышында ҡатнаша

Һуғыш башланғанда Салҡаҡ ауылы егете Нурихан ағай Хафизовҡа ни бары 14 йәш кенә була. Үҫмер егет ололар менән бер рәттән ауыр хеҙмәткә егелеп үҫә.

Япон һуғышында  ҡатнашаЯпон һуғышында  ҡатнаша
Япон һуғышында ҡатнаша

Ауылдың барлыҡ ирҙәре һуғышҡа алынған саҡта бөтә эш нәҡ бына Нурихан кеүек йәш-елкенсәк иңенә төшә. Үҫеп буй еткергән егетте 18 йәше тулыу менән армияға алалар. Снайперҙар әҙерләй торған ерҙә алты ай уҡып сыға. 1945 йылдың майы яҡынлаша. Фашистарҙы еңеп, яугирҙарыбыҙҙың ҡайтыр ваҡыты етә. Тик Нурихан ағай был ваҡытта икенсе яуға юллана. Ул үҙе һымаҡ йәш һалдаттар менән Япон һуғышына оҙатыла. Монголия, Хинган тауҙары, Манчьжурия, Ҡытай, Порт-Артур... Бына ошо юлдарҙан йөрөгән Нурихан Хафизов. Ете йыл һуғыштың әсеһен татып, тыуған ауылына 1951 йылда ғына ҡайта.
Буласаҡ тормош иптәше — Илеш ҡыҙы Зөлкәбирә менән Свердловск өлкәһендә танышалар.
— Ете егет ҡайтҡайны ул ваҡытта һуғыштан. Барыһы ла төҙ кәүҙәле, ғорур баҫып йөрөй. Улар араһынан миңә Нурихан оҡшаны. Ул да мине күҙләп йөрөгән икән, — тип иҫкә ала Зөлкәбирә әбей.
Шулай йәштәр ҡауышып, ғаилә ҡороп, бер ул һәм биш ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. 13 ейән-ейәнсәргә һәм 26 бүлә-бүләсәргә һөйөклө олатай һәм өләсәй ҙә була Хафизовтар.

Лира Юрасова.

Борай районы.

Япон һуғышында  ҡатнаша
Япон һуғышында ҡатнаша
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас