Һуғыш башланғас та атаһы менән оло ағаһын хеҙмәткә алалар. Әле нығынып та бөтмәгән Заһитҡа төрлө эштәрҙә хеҙмәт һалырға тура килә. Һабан һөрөү, бесән сабыу, утын киҫеү — барыһы ла үҫмер егет башынан үтә.
1943 йылдың көҙөндә Заһит ағайҙы Йыраҡ Көнсығышҡа, Япония сиктәренә оҙаталар. Ул япон самурайҙарына ҡаршы һуғышып, 1950 йылда ғына тыуған яғына ҡайта. Шул уҡ йылды сибәр ҡыҙ Нәфисәне кәләш итеп алып килә. Татыу ғаиләлә ике ул һәм ике ҡыҙ күркәм тәрбиә алып үҫә.
Тыныс тормошта хеҙмәтен дауам итә. Ҡузбай ауылы ҡулланыусылар йәмғиәте етәксеһенең сауҙа буйынса урынбаҫары булып эш башлай. Артабан йәмғиәттең рәйесе итеп билдәләнә. КПСС сафтарына инә, Силәбелә уҡып ҡайтып, партияның район комитетына инструктор итеп тәғәйенләнә. Шулай уҡ Заһит ағай көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинаты директоры, Ҡузбай ауыл Советы рәйесе булып та хеҙмәт һала. Карл Маркс хужалығында агроном булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Пенсияла тик ултырмай Заһит ағай. Баҡсаһында еләк-емеш үҫтерә. Ауылда үткән сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, мәсеткә йөрөй. Һигеҙ ейән-ейәнсәре — Заһит ағайҙың йәшәү мәғәнәһе. Йәй көнөндә уға 97 йәш туласаҡ.