Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
9 Май 2024, 04:15

Бөйөк Еңеү көнө алдынан 98 йәшен билдәләне

Миңлерәшит Сафиуллин Ҡотлояр ауылында ябай ғаиләлә етенсе бала булып донъяға ауаз һала.

Бөйөк Еңеү көнө алдынан  98 йәшен билдәләнеБөйөк Еңеү көнө алдынан  98 йәшен билдәләне
Бөйөк Еңеү көнө алдынан 98 йәшен билдәләне

 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәһе сирләп мәрхүмә булғас, сабыйҙы түтәһе Мәфтүхә тормош иптәше Шәйслам менән тәрбиәгә ала. Бала саҡтан уҡ тырыш, башлаған эшен еренә еткереп башҡарырға өйрәнә ул.
Миңлерәшиткә 17 йәш тулғанда һуғыш башлана. Байсаҡа ауылынан 42 ир-егетте фронтҡа алалар. Улар араһында Миңлерәшит тә була. Һуғыш тамамланғас та тыуған яғына ҡайтыу насип булмай уға. Хеҙмәтен Кореяла дауам итә. Артабан уны Владивостокка эшелондар һаҡларға күсерәләр. 1950 йылды ғына әйләнеп ҡайта тыуған ауылына.
Һуғыштан һуң Миңлерәшит ағай колхозға эшкә урынлаша. Ғүмерлек мөхәббәтен 1951 йылда осрата. Ҡуйы ҡара сәстәрен өҫкә тарап үргән Мәрзиәгә бер күреүҙә ғашиҡ була ул. Матур итеп никах уҡытып, бергә йәшәй башлайҙар. Бер-бер артлы ҡыҙ һәм ике улдары тыуа. Балалары ла үҙҙәре кеүек бик уңған, тырыш булып үҫеп, оло тормош юлына аяҡ баҫа. Ейән-ейәнсәрҙәре лә Сафиуллиндарҙы ҡыуандырып тора.

Лира ЮРАСОВА.

Борай районы.

Бөйөк Еңеү көнө алдынан  98 йәшен билдәләне
Бөйөк Еңеү көнө алдынан 98 йәшен билдәләне
Автор:
Читайте нас