+30 °С
Облачно
Телеңде йоторлоҡ ҡарабойҙай бутҡаһын Асҡындың 2-се, “Күк сәскә”, “Ҡояшҡай” балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре 800 кешегә етерлек итеп бешерә. Шунда уҡ ҡайнар сәй менән дә һыйланылар. Барыһы ла сират тороп, байрамдан алған тәьҫораттары менән бүлешеп, рәхәтләнеп бутҡа ашаны.
Сарала ҡатнашыусылар ялан кухняһын ойоштороусыларға һәм тәмле бутҡа бешереүселәргә рәхмәт белдерҙе.
Наилә Имаева.