Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
8 Май 2024, 02:50

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Үршиҙе  ауылында Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған сара үтте.  

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмайБер кем дә, бер нимә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

 Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә 19 ғына йәшендә ғүмере өҙөлгән Дим Зөфәр улы Мөғиновты иҫкә алыуҙан башлана сара. Уның ҡәберенә ҡуйылған рәшәткәне һәм һәйкәлде яңыртып, алмаштырып ҡуялар.

Артабан халыҡ ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә   төҙөлгән обелиск янына йыйыла. Барлыҡ ҡатнашыусылар һуғышта яу яландарында ятып ҡалған атай-олатайҙарыбыҙҙы, илебеҙҙе һуғыштан һуңғы емереклектәрҙән тергеҙеүгә бар көстәрен һалғандарҙы хәтергә алып, бер минут тын ҡалып иҫкә ала һәм обелискка сәскәләр һала.

Байрамға йыйылыусыларҙы Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин тәбрикләп үтә.

Байрам ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итә. “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле  урындағы үҙешмәкәр артистар  менән берлектә йөкмәткеле концерт номерҙары менән сығыш яһай. Сараны әҙерләп, матур итеп алып барыусы Альбина Насырова Бөйөк Еңеүҙең миллионлаған ҡорбандар менән яулап алыныуын, был аяуһыҙ һуғыштың һәр ғаиләгә уңалмаҫ яра һалыуы тураһында һөйләй.

“Ул дәһшәтле йылдарға 79 йыл үтһә лә, беҙҙең бурысыбыҙ - илебеҙ азатлығы өсөн башын һалғандарҙы хөрмәтләү, Бөйөк Еңеүҙең ниндәй ҡорбандар бәрәбәренә яуланыуын онотмау, тарихыбыҙҙы ысынбарлығында һаҡлау”, - ти үршиҙеләр.

.    Бөйөк Еңеү яҙын ҡаршылағанда Үршиҙе ауылындағы һәр ғаилә бынан 83 йыл элек ҡағылған һуғыш еле шауҡымын тойоп, тәрән йөрәк яраларын яңыртып олатай-өләсәйҙәрен иҫкә алып, уларҙың рухы алдында баш эйә. Йылдар үтһә лә, бер кем дә, бер нимә лә онотолмай.

Наилә Имаева.

 

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас