Конкурс тамамланыуға табан бара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иң айыҡ ауыл исеме өсөн быйыл туғыҙ тораҡ пункт: Андреевка, Бөрөбаш, Үрге Сорокин, Яңы Ҡарас, Яңы Аҡбулат, Яңы Ключево, Маевка, Тымбай, Уръяҙы көрәште. Һөҙөмтәлә өсөнсө урынды — Тынбай, икенсе урынды — Маевка һәм иң күп балл йыйып, беренселекте Ҡайраҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Андреевка ауылы алды.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Бәләкәй тораҡ пункттар” номинацияһында “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусыларҙың презентация материалдарын яҡлау үтте. Районыбыҙҙың Андреевка ауылынан Мишкә район Советы секретары Татьяна Коледина, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Мөнир Нурисламов, Ҡайраҡ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Владимир Петров, ауыл старостаһы Станислав Алиев һәм ауыл активисы Светлана Иҡсанова составындағы делегация сығыш яһаны. Улар конкурста ҡатнашыусы ауыл менән уңышлы таныштырҙы, республика ойоштороу комитеты ағзаларының һорауҙарына тулы яуап бирҙе, Андреевкала һәм район буйынса сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Эксперт комиссияһы Андреевкала үткәрелгән саралар йомғаҡтары буйынса тәҡдим ителгән документтарҙы яҡшы яҡтан баһаланы.
Ауыл халҡының баштан уҡ еңеүгә ынтылышы ҡыуандырҙы. Мин, хәбәрсе булараҡ, был матур ауылда үткән күп сараларҙы яҡтырттым. Ошо бәләкәй генә ауылда конкурс мәшәҡәттәре менән ихлас мәшғүл булыуҙарын күреп торҙом.
Андреевкала булғандар уның ни тиклем матур һәм төҙөк ауыл булыуын белә. 10 йортта бер ҙур ғаилә кеүек изге күңелле, әүҙем һәм маҡсатҡа ынтылышлы кешеләр йәшәй. Дөйөм маҡсатҡа өлгәшеү өсөн улар берҙәм эш итә. Тораҡ пункттың йылдан-йыл матурланыуы, төҙөкләнеүе ауыл халҡының тырышлығы һөҙөмтәһе булып тора. Улар айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау менән әүҙем шөғөлләнә.
Ошо көндәрҙә киләһе этап — ойоштороу комитеты ултырышы үтеп, 2023 йылдың “Айыҡ ауыл” республика конкурсы еңеүселәре билдәләнәсәк. 25 апрелдә Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында йомғаҡлау сараһында бәйгелә ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырыласаҡ. Андреевка ауылы ла конкурста лайыҡлы урын алыр, тип ышанабыҙ.
Светлана Тоймурзина.